+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Декабрь 2023, 05:12

Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш

«The Opera Cooks» операһы йондоҙҙарының рецептар китабы өсөн данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов башҡорт һәм татар милли ризыҡтарын әҙерләү рецебы менән уртаҡлашты. Ул ит һәм картуф менән зур бәлеш.

Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлешИлдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш
Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш

"Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары башлана һәм барыһы ла ғәҙәттәгесә өҫтәл артына йыйыла. Бала сағымдың башҡорт байрам ризығы – ул зур бәлеш. Тап ошо ғаилә рецепты менән мин «The Opera Cooks» китабының яңы баҫмаһында уртаҡлаштым. Унда бөтә донъянан коллегаларымдың рецептары күп. Әйткәндәй, китап үҙе – дуҫтарға һәм яҡындарға бик яҡшы бүләк», – тип яҙҙы йырсы үҙенең социаль селтәрендә.

«The Opera Cooks» китабында йырсыларҙың фотолары, аш-һыу әҙерләү процесы, уларҙың автографтары һәм биографиялары бар. Шулай уҡ бында башҡа бик күп ҡыҙыҡлы һәм күңелле фотолар, аш-һыу рецептары ябай һурпаларҙан һәм салаттарҙан алып бик ҡатмарлы һәм әҙерләүҙә күп көс талап иткән ризыҡтарға тиклем бар.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-18/v-knigu-retseptov-zvezd-opery-voshel-zur-balish-ot-ildara-abdrazakova-3570691

 

Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш
Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш
Илдар Абдразаҡовтан – ҙур бәлеш
Автор:
Читайте нас