+1 °С
Ясно
Новости
18 Декабря 2023, 07:00

Бала саҡ иленә сәйәхәт

Тәңкәләр халыҡ әкиәттәренә, мультипликация персонаждарына, яҙыусыларға, рәссамдарға һәм, әлбиттә, балаларға арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры һәм Рәсәй Банкы Яңы йыл каникулдары алдынан йәш тамашасыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Рәсәй банкының «БАЛА САҠҠА СӘЙӘХӘТ» фотокүргәҙмәһенә саҡыра.
Күргәҙмәлә Рәсәй банкының төрлө йылдарҙа сығарған иҫтәлекле тәңкәләре ҡуйыла. Тәңкәләр халыҡ әкиәттәренә, мультипликация персонаждарына, яҙыусыларға, рәссамдарға һәм, әлбиттә, балаларға арнала.
Мәҫәлән, күргәҙмәгә килеүселәр әкиәт персонаждарының тәүге тапҡыр тәңкәләргә төшөрөлөүе, балалар рәссамдары һәм яҙыусылары хөрмәтенә һуғылған тәңкәләр, популяр совет мультфильмдары – «Дед Мороз и лето», «Крокодил Гена», «Умка», «Винни Пух», «Ну, погоди!», «Бременские музыканты», шулай уҡ популяр рәсәй мультфильмдары — «Смешарики», «Маша и Медведь», «Барбоскины», «Три богатыря» тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы нәмәләр беләсәк. «БАЛА САҠҠА СӘЙӘХӘТ» күргәҙмәһе Рәсәй банкының бер генә күргәҙмә проектына ла оҡшамаған. Күргәҙмәлә тәңкә һуғыуҙың заман технологиялары тураһында һөйләү маҡсаты ғына ҡуйылмаған, шулай уҡ тамашасыларҙы бала саҡ иленә алып ҡайтып, матур, йылы хәтирәләрҙе тергеҙеү ҙә күҙаллана.
Күргәҙмә менән М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры галереяһында 2023 йылдың 16 декабренән алып 2024 йылдың 14 ғинуарына тиклем танышырға мөмкин. Кураторҙары: театрҙың музей мөдире Азалия Балгазина (тел. 273-80-27); БР-ҙың Милли банк музейы мөдире Анна Романова (тел. 279-63-90).

https://vk.com/bashdrammuseum

 

Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Автор:
Читайте нас