

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы композиторҙар союзы рәйесе һайланды. Йәмәғәт ойошмаһын ҡабат Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Д.Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар союзы премияһы лауреаты С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Ләйлә Исмәғилева етәкләйәсәк. Күпселек тауыш менән ул өсөнсө срокка һайланды, ул биш йыл тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, композитор союзды 2013 йылдан алып етәкләй.
14 декабрҙә Өфө сәнғәт институтында ойошманың отчет-һайлау йыйылышы үтте. Йыйылыш эшендә Рәсәй һәм Татарстан композиторҙар союзы идараһы рәйесе Рәшит Кәлимуллин, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡатнашты.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йыйылыусыларҙы Республика Башлығы исеменән сәләмләне:
- Академик сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре беҙҙең етәкселектә өҫтөнлөклө. Бөтә йүнәлештәргә ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Бөгөн композитор союзы – республикабыҙҙың өлкән быуын композиторҙары һалған бөтә традицияларҙы һаҡлаған яҡшы ойошма. Һеҙ сәнғәт үҫеше, балалар һәм йәштәр өсөн бик күп эшләйһегеҙ. Мәҙәниәт министрлығы йыл һайын союзға субсидиялар менән ярҙам итә.
Рәшит Кәлимуллин билдәләүенсә, башҡорт һәм татар халыҡтары һәр ваҡыт йәнәш йәшәйәсәк, ижади бәйләнештәр булдырасаҡ һәм бергә эшләйәсәк.
Ләйлә Исмәғилева үҙенең отчет докладында хәбәр итеүенсә, бөгөн композиторҙар союзында 45 кеше, шул иҫәптән 32 композитор һәм 13 музыка белгесе бар. 2019-2023 йылдарҙа БР композиторҙар союзы линияһы буйынса 22 концерт уҙғарылды, БР композиторҙар союзы композиторҙары ҡатнашлығында Өфөлә 6 фестиваль үтте. Күптән түгел, Волга һәм Урал буйы композиторҙары фестивале ойошторолдо.
Отчет-һайлау йыйылышы тамамланыуға яңы идара һайланды, уға союз рәйесенән тыш, композиторҙар Валерий Скобелкин, Шәүрә Сәғитова, Лидия Ризванова, Арина Бикулова, музыка белгесе Лиля Ҡоҙаярова инә. Союздың бөтә ағзаларына – композиторҙарға һәм музыка белгестәренә Республика Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.