+20 °С
Дождь
Новости
11 Декабря 2023, 07:12

«ЮлдашХит» йыр фестивале

8 декабрҙә «Башҡортостан» телерадиокампанияһының «Юлдаш» радиоһы «ЮлдашХит» йыр фестиваленә йомғаҡ яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә ҙур йыр байрамы үтте, унда иң популяр йырҙарҙан торған концерт, 2023 йылғы айлыҡ хит-парад еңеүселәрен һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарын бүләкләү, халыҡ тауыш биреүе, бүләктәр уйнатыу, популяр өс радио алып барыусыһы – Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Айбулат Сәсәнбаев йәғни «Теге өсәү» ҙән күңелле конферанс ойошторолдо һәм тамашасылар өсөн яңы йыл фотозоналары эшләне.

Өфөлә Гөлназ Асаеваға радионың халыҡ артисы титулы тапшырылды. Тауыш биреү “Юлдаш” радиоһының социаль селтәрҙәрендә үтте. Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған халыҡ рейтингында был юлы ике йырсы – Гүзәл Аҫылбаева һәм Гөлназ Асаева 54 процент тауыш йыйып, еңеү яуланы.

Быйыл йыр фестивале халыҡ-ара кимәлгә сыҡты – Ҡаҙағстан һәм Ҡытай, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән башҡарыусылар сығыш яһаны. Астананан ҡунаҡ, Рәхмәҙиев исемендәге Ҡаҙаҡ академия филармонияһы солисы Әкимхан Мәженов ике йыр йырланы – береһе ҡаҙаҡ телендә, икенсеһе – башҡорт телендә. Ҡаҙаҡҡа, дипломдан тыш, иҫтәлеккә башҡорт эшләпәһе бүләк иттеләр. Ә Ҡытайҙан Динь Ян тамашасыларҙы ҡурай һәм баянға «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарыуы менән ҡыуандырҙы һәм «Урал батыр»башҡорт эпосы баҫмаһын бүләк итеп алды.

Сәхнәлә шулай уҡ уҡытыусылар һәм уларҙың уҡыусылары, аталары һәм балалары, тотош ғаиләләр бергә йырланы. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһбалов менән уның атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһбаловтың дуэты хисле килеп сыҡты. Профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев Салауат Низаметдиновтың уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин менән бергә «Күҙ нурым» хитын йырланы.

Ә бөтәһе лә йырлаған ғаилә – ирле-ҡатынлы Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, уларҙың бәләкәй улдары Кәрим, ҡыҙы Гөлназ Асаева һәм уның ире Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) залдың дуҫтарса алҡышлауына һәм «Моңло ғаилә» титулына лайыҡ булды.

Радио республиканың музыка индустрияһының иң сағыу вәкилдәрен билдәләне. Еңеүселәр һигеҙ номинацияла иғлан ителде. Улар – шағирҙар һәм композиторҙар, блогерҙар һәм аранжировкалаусылар, ансамблдәр һәм йәш башҡарыусылар, педагогтар, Башҡортостандың йыр мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән легендар шәхестәр.

Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева – йыл шағиры, Ризван Хәкимов – йыл композиторы, Миләүшә Мортазина менән Фәрзәнә Сәғитова – йыл педагогтары, Ғәлинур Юламанов йыл аранжировкалаусыһы тип аталды.

Билдәле музыканттар Һәм педагогтар – ҡурайсы Азат Айытҡолов менән баянсы Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов легенда тип аталды. Учалынан Булат Пиргалин йыл блогеры тип танылды.

Фестивалдә классик сәнғәт минуттары ла булды. Бах музыкаһын Виолончелдә йырсы һәм флейтасы, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың улы Даян Динәхмәтов уйнаны.

Концерт ике йондоҙ – Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) һәм Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың сығышы менән тамамланды.

– «ЮлдашХит» фестивале сиктәрендә баш ҡала үҙәгендә тыңлаусылар менән осрашыу юҡҡа ғына «Моңдар ҡайтһын" тип аталманы. Радиостанция хеҙмәткәрҙәре бөтә донъяла тыныслыҡҡа, тормошобоҙҙа ыңғай күренештәргә, тимәк, ижадҡа, яҡты киләсәккә өмөтләнә. Ә "ЮлдашХит” башҡорт эстрадаһының бөгөнгө йыр мәҙәниәте торошоноң күрһәткесе булды һәм булып ҡала, – тип билдәләне» Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-10/v-ufe-gulnaz-asaevoy-vruchili-titul-narodnogo-artista-radio-3559282

 

«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
«ЮлдашХит» йыр фестивале
Автор:
Читайте нас