Сюжет буйынса, Вика исемле ҡыҙ сауҙа үҙәгендәге манекендарҙың береһендә сихырланған Радмир исемле егетте күрә. Төп героиняға яҡындарын мөғжизәгә ышанырға, йәш кешене ҡотҡарырға һәм ысын мөхәббәт табырға мәжбүр итергә кәрәк.
Фильмда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү ваҡиғалары барасаҡ, ә тамашасы баш ҡаланың ғына түгел, республикабыҙҙың тәбиғәтенән дә ләззәт аласаҡ. Ҡайһы бер эпизодтар Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Торатауҙа һәм Нөгөш һыуһаҡлағысында төшөрөлә. Сюжеттың төп өлөшө ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә үтәсәк, һәм фильмдың продюсерҙары уларҙың ҡайһы берҙәре менән һөйләшеүҙәр башлаған да инде.
Картинаны «12 Кадр» кинокомпанияһы (Мәскәү) һәм «Урал кинопаркы» киностудияһы (Өфө) төшөрәсәк.
Фильм федераль бюджеттан дебют уйын фильмын төшөрөүгә субсидия иҫәбенә төшөрөлә. Кинокартина киң аудиторияға иҫәпләнгән. Рәсәй прокатына сығыу 2025 йылдың октябренә, республикабыҙҙың 35 йыллығына планлаштырылған.
Сценарий авторы - Айгөл Үтәгәнова; ҡуйыусы режиссер (дебютант) – Дмитрий Николенко; художество етәксеһе – Ким Дружинин («28 панфиловцев»); креатив продюсер – Евгений Невский («Интерны»); продюсерҙар – Арсений Овчинников («Нелегал»), Тимур Абдуллин («И это все Роберт», «Счастье не за горами»).