

Концерт алдынан төрлө республикалар – Татарстан, Удмуртия, Мари Иле, Сыуашстан, Мордовия, шулай уҡ Тажикстан композиторҙары ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте.
- Бөгөн беҙҙең өсөн ҙур байрам. Ул беҙҙә ете йылға бер тапҡыр була, сөнки башҡа йылдарҙа фестиваль башҡа республикаларҙа үтә. Беҙгә, Өфөгә күренекле композиторҙар килде, - тип билдәләне Башҡортостан композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева. - Беҙ Хөкүмәт грантына эйә булдыҡ һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында фестиваль үткәрәбеҙ.
Быйыл фестиваль Бөтә Рәсәй статусында халыҡ-ара кимәлдә үтә. Бынан алда Башҡортостандың композиторҙар союзы Тажикстан композиторҙар союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнө. Тығыҙ хеҙмәттәшлек башланыу арҡаһында Өфөлә тажик авторҙары музыкаһы башҡарыла, ә 2024 йылда Дүшәнбелә башҡорт композиторҙарының камера музыкаһы концертын үткәреү планлаштырыла.
Бөгөн Тажикстан Республикаһы ойошмаһы составында 24 композитор һәм 22 музыка белгесе бар, тип һөйләне Тажикстан композиторҙар союзы рәйесе Әмирбәк Мусоев. Ул Башҡортостанға һәм Өфөгә тәүге тапҡыр килде.
- Был ҙур эш, музыка барыбыҙҙы ла яҡынайта. Был фестивалдә төрлө жанрҙағы коллегаларыбыҙҙың нимә эшләүен ишетербеҙ, - тип билдәләне Әмирбәк Мусоев. - Мин инде опера театрында – спектакль, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертын ҡарарға ла өлгөрҙөм. Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы традициялар һаҡланыуын айырыуса билдәләп үтергә теләйем: һеҙҙә театр, сәнғәт институты, училище (колледж) эшләй, һеҙҙең ике ҙур симфоник оркестрығыҙ: БР-ҙың милли симфоник оркестры һәм театр оркестры бар.
Волга буйы һәм Урал буйы композиторҙарының йыллыҡ фестивале уҙған быуаттың 70-се йылдар аҙағында - 80-се йылдар башында Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙар союздары инициативаһы менән ойошторола. Беренсе фестивалдәр һәм уларға нигеҙләнгән традициялар тураһында өлкән быуын композиторҙары иҫкә ала.
- Был фестивалдәрҙә беҙ туғандарыбыҙ кеүек осрашабыҙ. Һәр саҡ киләһе йылда ниндәй республика ҡабул итер тип көтәбеҙ. Һәм һәр республикала үҙенсә ҡыҙыҡлы үтә, - тип хәтерләй Татарстан композиторы Әнүәр Шәрәфиев. - Быйылғы фестивалдәр үҙҙәренең сифаты, жанрҙар һәм стилдәр төрлөлөгө, профессионализмы менән айырылып тора. Фестивалдәргә оҙон ғүмер теләйем.
Матбуғат конференцияһы аҙағында композиторҙар китаптар, ноталар һәм сувенирҙар менән алмаша.
Симфоник концерт программаһында Башҡортостан композиторҙарының ике әҫәре: Нур Дауытовтың «Сәскә атҡан раузалар» симфоник оркестры өсөн фантазияһы һәм яңыраҡ арабыҙҙан киткән композитор Рафаил Ҡасимовтың һуңғы әҫәрҙәренең береһе – «Шүлгәнташ мәмерйәһе. Легенда» башҡарылды.
Концертта бер нисә премьера яңғыраны. Рәсәй тамашасыһы тәүге тапҡыр Әнүәр Шәрәфиевтың «Тыуған яҡ» симфониеттаһын (Татарстан), Иван Пушкаревтың симфоник оркестр өсөн «Йыл миҙгелдәре» циклын (Удмуртия), Нина Кошелеваның оркестр менән кларнет өсөн концертын (Мордовия) ишетте).
Марий Эл композиторы Эллина Архипованың сопрано һәм симфоник оркестры өсөн «Яндалче илауын» башҡарыу өсөн махсус рәүештә Эрик Сапаев исемендәге Мари дәүләт академия опера һәм балет театры солисы Эльвира Гурьева килә. Сыуашстандың композиторлыҡ ижадын Андрей Галкиндың «Аҡҡоштар юлы» балетынан өс симфоник пьесаһы – «Adagio», «Элегия» һәм «Амазонка ҡыҙҙары бейеүе» тәҡдим итә.
Башҡортостан Башлығы исеменән тыңлаусыларҙы Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне:
- Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа традицияларыбыҙҙы һаҡлау, тамырҙарыбыҙға нығыраҡ ерегеүебеҙ хаҡында һөйләйбеҙ. Һәм беҙҙең фестиваль – традицияларыбыҙҙы боҙмауын дәлилләй. Рәсәй төбәктәре композиторҙарына иҫ киткес ҙур эш башҡарыуы өсөн рәхмәт белдерәм - һеҙ беҙҙең вариҫтарыбыҙ быуындан-быуынға тапшырасаҡ мәҙәни ҡатлам булдыраһығыҙ, - тине Әминә Шафиҡова.
Фестиваль өс көн дауам итәсәк. Артабанғы Милли халыҡ инструменттары оркестры, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы һәм солистар ҡатнашлығындағы концерттар Шаляпин исемендәге концерт залында үтә.