+20 °С
Дождь
Новости
6 Декабря 2023, 06:43

Халыҡ кәсептәре оҫталары

4 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм уларға лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы республика һөнәрселәренә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» исемен бирҙе.

Был исем тәүге тапҡыр 2023 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Почетлы исем халыҡ художество кәсептәре әйберҙәрен эшләү оҫталығына эйә булған һөнәрселәргә, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә кадрҙар әҙерләүгә, алдынғы тәжрибәне киң таратыуға ҙур өлөш индергән кешеләргә бирелергә тейешлеген бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Тәүге бүләкләнеүселәр иҫәбендә – башҡорт шәлен бәйләү буйынса оҫта Әлмира Йәғәфәрова һәм ҡумыҙ халыҡ уйын ҡоралын эшләү буйынса оҫта Фуат Ҡужахмәтов. Исем тапшырылғандан һуң Фуат Илмир улы Республика Башлығына махсус футлярҙа үҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡумыҙҙарҙың береһен бүләк итте. Бүләкләнеүселәр үҙҙәренең яратҡан эштәре хаҡында һөйләне.

 

Оҫта Әлмира Йәғәфәрова: шәл бәйләү нервыларҙы тынысландыра

Әлмира Сабир ҡыҙы Йәғәфәрова Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәй. Оҙаҡ ваҡыт район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләй, дөйөм эш стажы 34 йыл. Буш ваҡытта Әлмира Сабир ҡыҙы ижад менән мауыға.

- Ошо йылдар эсендә, моғайын, 100-ҙән ашыу мамыҡ шәл бәйләгәнмендер. Шәл бәйләү нервыларҙы тынысландыра. Хәҙер улар бөтә республикала һәм унан ситтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йылыта. Бер ваҡыт, хәтеремдә, Францияға сәйәхәттәрҙең береһендә минең шәлде бүләк итеп алып барғайнылар. Австрияла йәшәгән ейәнсәре лә бүләккә тип алған. Йыш ҡына туйҙарҙа килендәргә һәм ҡоҙағыйҙарға шәл бүләк итәм, бындай бүләк һәр ваҡыт оҡшай. Төрлө төҫтәге шәлдәр бәйләйем, әммә башлыса аҡтарҙы яратам - был таҙалыҡ төҫө, - тип һөйләй Әлмира Йәғәфәрова.

Оҫтабикә әйтеүенсә, тәүҙә ете йәшендә, беренсе класҡа барғанда, ул ойоҡбаш бәйләргә әсәһенән өйрәнә. Ә кәзә мамығынан тәүге шәлдәрен Әлмира Йәғәфәрова 19 йәшендә бәйләй.

- Ауылда һәр ваҡыт эш күп булды, шуға күрә йәш сағымда күп бәйләргә өлгөрмәнем, тик эш араһында ғына, - тип хәтерләй оҫта. Ә 90-сы йылдарҙа бөтөнләй бәйләмәнем, ул саҡта шәл һораусы булманы. Пенсияға сыҡҡас, яратҡан эшемә кире ҡайттым, йылына яҡынса 10 дана бәйләй башланым. Бер шәл бәйләү өсөн миңә яҡынса 15-20 көн китә. Таныштарым араһында яңы шәл бәйләп, аҙна һайын баҙарҙа һатыусылар ҙа бар. Әммә мин ашыҡмай эшләйем. Элек әсәйемдең үҙ кәзәләре булған һәм беҙ уларҙы бала сағыбыҙҙа тәрбиәләй инек, әммә хәҙер кәзә тотоу мөмкинлегем юҡ, йөндө һатып алам.

Һәр оҫтабикә кеүек, Әлмира Сабир ҡыҙының да үҙ һөнәр серҙәре бар. Кәзә йөнөн ул баҙарҙа һайлап ала, йөн әҙерләгәндә уны махсус ептәр менән ҡатнаштыра. Йәғәфәрованың ҡайын япрағына оҡшаған үҙенсәлекле орнаменты бар, уртаһын ул һәр ваҡыт ошо биҙәк менән бәйләй. Матур булһын өсөн уны тигеҙ итеп эшләргә кәрәк, тип билдәләй оҫта.

Әлмира Сабир ҡыҙы күп һанлы конкурстар лауреаты, күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыусы, был йылдар эсендә уның 20-гә яҡын дипломы йыйыла. Ә 2022 йылда уға БР Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Халыҡ оҫтаһы» исеме бирелде. Оҫтаның эшмәкәрлеге ауыл, район һәм республика халыҡ кәсептәрен тергеҙеүҙә ҙур роль уйнай.

Әлмира Сабир ҡыҙы әүҙем тормош позицияһына эйә. 1998 йылдан район мәҙәниәт йортоноң художестволы үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша, «Йырау» башҡорт фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Бөгөн ул Иҫәнғол ауыл биләмәһенең «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы.

- Бала саҡтан йырлай инем. Йырсы, яҡташыбыҙ Мәғфирә Ғәлиева конкурсында мин уның репертуарынан «Өҫкәлеккәй» йырын башҡарған өсөн гран-при алдым, - тип һөйләй Әлмира Сабир ҡыҙы. - Ә ансамбль менән конкурста тәүге тапҡыр 2006 йылда етәксебеҙ Земфира Куляева менән ҡатнаштыҡ. «Ашҡаҙар тандары» конкурсына барҙыҡ, унда беренсе дәрәжә диплом яуланыҡ. Әйткәндәй, шәл бәйләү процесын күрһәтеү өсөн үҙебеҙ менән автобуста кәзә лә алып барҙыҡ.

Оҫта үҙенең белемен үҫеп килгән быуынға ла ҙур теләк менән тапшыра. Уның эштәре халыҡ традицияларын дауам итеү һәм үҫтереү эшенә ҙур өлөш индерә, тип билдәләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

- Ике ҡыҙым да бәйләй белә, әммә улар башҡа эштәрҙә эшләй һәм әлегә бәйләргә ваҡыттары аҙ, - ти Әлмира Сабир ҡыҙы. - Бәлки, минең кеүек үк, хаҡлы ялға сыҡҡанда бәйләрҙәр. Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Республика етәкселегенә хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәт!

 

Фуат Ҡужахмәтов үҙ ғүмерендә меңгә яҡын ҡумыҙ әҙерләгән

Фуат Илмир улы Ҡужахмәтов Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған һәм йәшәй. Бала саҡтан малай музыкаль традицияларҙы үҙләштереп үҫә. Атаһы гармунсы һәм ҡурайсы була, ә әсәһе ҡумыҙҙа уйнай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Фуат Илмир улы 1976 йылда Ейәнсура районының Матросов исемендәге колхозында башлай. Үҙ аллы ноталарҙы, ҡумыҙ, гармун һәм мандолинала уйнарға өйрәнә. 1987-2003 йылдарҙа Яңыбай ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй.

1989 йылдан Ф.Ҡужахмәтов ҡумыҙ музыка ҡоралы эшләү менән шөғөлләнә башлай. Һырлау өсөн оҫта сифатлы металл ғына ҡуллана. Эскиздарҙы ул үҙе уйлап таба, халыҡ орнаменттары менән биҙәй. Уның инструменттары һәүәҫкәрҙәр һәм популяр эстрада йондоҙҙары араһында ҙур ихтыяж тыуҙыра. Музыка ҡоралына төрлө төбәктәрҙән ижади коллективтар, сәнғәт мәктәптәре һәм сәнғәт училищелары заказ бирә.

- Минең ҡумыҙҙарым ноталар буйынса эшләнеүе менән айырылып тора. Уларҙа гармун һәм ҡурайға эйәреп уйнарға мөмкин. Заказ буйынса башҡорт орнаменты менән гравюра эшләйем, - тип һөйләне Фуат Ҡужахмәтов. - 34 йыл эшләү дәүерендә меңгә яҡын ҡумыҙ әҙерләнем. Минең инструменттарымды күп кенә билдәле артистар - «Арғымаҡ» төркөмө, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Илнур Хәйруллин һәм башҡалар һатып ала. Ябай кешеләр ҙә бүләккә ала.

Фуат Ҡужахмәтов үҙенең ҡумыҙҙарын махсус эшләнгән ҡумталарға һала, уларҙы муйынға уңайлы итеп аҫып ҡуйырға мөмкин. Футлярҙарҙы оҫта йүкә, ҡарағай, ҡайын ағасынан эшләй. Фирма ҡумтаһындағы инструменттарының береһен оҫта Республика Башлығы Радий Хәбировҡа ла бүләк итте.

Фуат Ҡужахмәтов Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге күп кенә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы һәм еңеүсе. Ә 2022 йылда уға Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижады үҙәгенең «Халыҡ оҫтаһы» исеме бирелә. Оҫтаның эштәре халыҡ традицияларын дауам итеү һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, музыкаль ижадты тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу эшендә ҙур роль уйнай.

Һаулығы сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, Ф.Ҡужахмәтов йорт, балта оҫтаһы цехы төҙөй һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡумыҙҙар яһауҙан тыш, оҫта башҡорт халыҡ кейеме өсөн аксессуарҙар эшләү менән дә шөғөлләнә - ҡайыштарға милли биҙәк һуғып сығара.

- Минең аяҡтарым бала саҡтан уҡ ауырта, әммә күҙҙәрем яҡшы күрә - мин бөркөт кеүек һиҙгер, - тип көлә Фуат Илмир улы. - Әммә йәшәргә, ашарға кәрәк, шуға күрә күп эшләйем. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа минең эшемә иғтибары өсөн ҙур рәхмәт!

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-04/glava-bashkirii-vpervye-prisvoil-pochetnye-zvaniya-masteram-narodnyh-promyslov-3550409?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

 

Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Халыҡ кәсептәре оҫталары
Автор:
Читайте нас