+18 °С
Облачно
Новости
4 Декабря 2023, 20:25

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Академия» исемен алды

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың симфоник оркестрының яңы статус алыуы хаҡында  ла хәбәр иткәйне.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Академия» исемен алды. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2023 йылдың 1 декабрендәге ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документ Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2023 йылдың 12 июлендәге «Башҡортостан Республикаһының дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына «Академик» исемен биреү хаҡында  положениены раҫлау тураһында» ҡарарына ярашлы әҙерләнгән. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығына учреждение уставына ике ай эсендә тейешле үҙгәрештәр индерергә һәм  билдәләнгән тәртиптә дәүләт теркәүен тәьмин итергә ҡушылды. Учреждение сығымдары республика бюджеты һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың симфоник оркестрының яңы статус алыуы хаҡында  ла  хәбәр иткәйне.

Авторы: Лейлә Аралбаева

 Фото Олег Яровиков

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-04/bashkirskiy-gosudarstvennyy-teatr-opery-i-baleta-poluchil-zvanie-akademicheskiy-3550997

 

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Академия» исемен алды
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Академия» исемен алды
Автор:
Читайте нас