+18 °С
Дождь
Новости
4 Декабря 2023, 06:55

Мөхәмәт Түлебаев призына I "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте

Конкурсанттарҙың дөйөм һаны 137 кеше, улар араһында 59 солист һәм 9 ансамбль. Конкурс йомғаҡтары буйынса Учалы районынан Шафҡәт Йосопов гран-приға лайыҡ булды.

Белорет районында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев призына I "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте. Проект һәләтле ҡурайсыларҙы, коллективтарҙы асыҡлауға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, үҫеп килгән быуынды башҡорт халыҡ музыка ҡоралына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. "Башинформ" агентлығына халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡурайҙа үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре, мәҙәни-ял итеү учреждениелары һәм башҡа клуб ойошмаларының ҡурайсылар ансамблдәре көс һынашҡан. Солистар өс йәш категорияһында ҡатнашҡан: 7 йәштән 12 йәшкә тиклем, 13 йәштән 16 йәшкә тиклем, 17 йәштән өлкәндәр, ансамблдәр ике йәш категорияһында: 16 йәшкә тиклем, 17 йәштән өлкәндәр.

Беренсе конкурс республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән: Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы райондарынан, Белорет, Сибай, Туймазы, Учалы ҡалаларынан ҡурайсыларҙы йыйған. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан ҡатнашыусылар килгән. Конкурсанттарҙың дөйөм һаны 137 кеше, улар араһында 59 солист һәм 9 ансамбль. Конкурс йомғаҡтары буйынса Учалы районынан Шафҡәт Йосопов гран-приға лайыҡ булды. Мөхәмәт Түлебаевтың махсус призы Силәбе өлкәһенән Илһам Йәғәфәровҡа тапшырылды. Барлыҡ еңеүселәргә Республика халыҡ ижады үҙәгенән һәм Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзынан махсус бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Конкурс лауреаттары Өсөн Махсус бүләктәрҙе Учалы районынан ҡҡурай эшләү оҫталары — Дим Мөжәүиров һәм Күгәрсен районынан Урал Хөснуллин тапшырҙы.

Мөхәмәт Түлебаев — Тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең 70-тән ашыу инструменталь варианты бар. УЛ СССР, БДБ илдәрендә гастролдәрҙә була, Шулай уҡ Сит илдәрҙә —Ватиканда,  Германияла, Италияла һәм Францияла сығыш яһай. Республика ҡурайсылар конкурсында дүрт тапҡыр Гран-при яулаусы. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының «Йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы»грантын яулай. "БАССР-ҙың Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемдәренә эйә. 2020 йылда Радик Килмәмәтовтың Мөхәмәт Усман улының тормошо һәм ижады тураһында “Остаз” документаль фильмының премьераһы үтте. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт наградаһы ­- Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнә. Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Белорет районы, Республика халыҡ ижады үҙәге мәғлүмәт һәм методик йәһәттән ярҙам күрһәтте.

Ләйлә Аралбаева

Фото: РХИҮ матбуғат хеҙмәте

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-01/v-bashkirii-obladatelem-gran-pri-na-konkurse-kuraistov-stal-shafkat-yusupov-3547219

 

 

Мөхәмәт Түлебаев призына I "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте
Мөхәмәт Түлебаев призына I "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте
Автор:
Читайте нас