+20 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2023, 21:05

Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды

Төп награданан тыш, Эльмираға, башҡорт бейеүен башҡарған өсөн, «Иң яҡшы талант» титулы тапшырылды.

 Көньяҡ Кореяла моделинг буйынса азия чемпионаты тамамланды, Һәм "Miss Asia Awards-2023" премияһы еңеүселәрҙе иғлан итте. Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры, "Мисс Республика-2018" конкурсы еңеүсеһе Эльмира Шәйехова beauty-ярыштың абсолют еңеүсеһе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ҡыҙы Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, Рәсәй исеменән дә сығыш яһаны.

- Төп награданан тыш, Эльмираға, башҡорт бейеүен башҡарған өсөн, «Иң яҡшы талант» титулы тапшырылды. Жюри ағзалары һылыуҡайыбыҙҙың матур бейеүе менән генә түгел, БР «Ағиҙел» Башҡорт художество предприятиеһының иҫ киткес башҡорт кейеме менән дә һоҡланды, — тип хәбәр иттеләр Luna Models агентлығынан. Хәҙер Эльмира корея косметика брендының йөҙө булып китәсәк һәм приз сифатында 3 миллион корея вонына эйә була. Әммә иң мөһиме —   таж һәм титул. Беҙҙе яҡлаған һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беренсе вице-мисс — Монголия вәкиле, икенсе вице-мисс —  Көньяҡ Корея ҡыҙы.

Бер ни иклем ваҡыт элек“Башинформ” Мисс Республика-2018 " титулын яулаусы Эльмира Шәйехованың  Бөтә Рәсәй исеменән сығыш яһаясағы хаҡында хәбәр иткәйне.

Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-03/ufimskaya-model-elmira-shaihova-stala-pobeditelem-miss-asia-awards-2023-3549510

 

Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды
Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды
Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды
Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды
Өфө моделе Эльмира Шәйехова "Miss Asia Awards-2023" еңеүсеһе булды
Автор:
Читайте нас