Проект мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырыла. Сара күренекле башҡорт һәм Рәсәй рәссамы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһы академигы, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған күргәҙмә сиктәрендә үтә (1928-2007).
Күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар менән әҙерләнгән шәлдәр коллекцияһы тәҡдим ителәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән ноябргә тиклем Өфөлә башҡорт туҡылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Өс ай эсендә тәжрибәле оҫтабикәләр етәкселегендә теләүселәр башҡорт туҡылған шәлдәрен әҙерләү оҫталығына өйрәнде. Оҫталыҡ дәрестәрендә Өфө ҡалаһынан, Әбйәлил, Иглин, ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Шишмә, Өфө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Санкт-Петербургтан вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында балалар, дизайн һәм технология колледжы студенттары, өлкәндәр бар.
Күргәҙмә 2 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27.
https://kulturarb.ru/ba/news/өfөlә-bashҡorttarҙyң-tuҡylғan-shәle-kүrgәҙmәһe-үtәsәk