+18 °С
Дождь
Новости
29 Ноября 2023, 07:45

Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә

Рәсәй исеменән Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры Һәм проекттар кураторы, "Мисс Республика-2018" титулына эйә Эльмира Шәйехова сығыш яһай.

27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә. Рәсәй исеменән Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры Һәм проекттар кураторы, "Мисс Республика-2018" титулына эйә Эльмира Шәйехова сығыш яһай.

- Матурлыҡ конкурсы түгел ул. Был билдәле бер континент, беҙҙең осраҡта,  азия моделдәренең конкурс-премияһы,  проекттың төп маҡсаты- һәр ҡатнашыусы илдә корея косметика брендтарының амбассадорҙарын билдәләү, - тип аңлатма бирҙеләр Luna Models моделдәр агентлығында. - Тәүҙә Беҙ Башҡортостандан ғариза бирҙек, әммә ойоштороусылар Рәсәй исеменән сығыш яһауҙы һораны. Беҙ яратҡан илебеҙҙе күрһәтеүгә шатланып ризалаштыҡ. Модельдар съемкаларҙа ҡатнаша, косметика етештереү урындарына һәм эшлекле сараларға йөрөй. 

Бер ни тиклем ваҡыт элек "Башинформ" башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехованың Global Model of the World-та беренсе вице-мисс булыуын яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-29/na-miss-asia-awards-2023-rossiyu-predstavlyaet-ufimskaya-model-elmira-shaihova-3542767

 

Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә
Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә
Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә
Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә
Сеулда Miss Asia Awards-2023 азиат моделдәр араһында модель конкурс-премияһы үтә
Автор:
Читайте нас