+19 °С
Облачно
Новости
27 Ноября 2023, 17:10

«Шаляпин Өфөлә»

Оксана Федорова Башҡортостандың баш ҡалаһында «Шаляпин Өфөлә» фильмын тәҡдим итте

25 ноябрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының матбуғат секретарҙары һәм журналистары телевидение алып барыусыһы һәм хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Оксана Федорова менән Башҡорт опера һәм балет театрының Шаляпин залында осрашты. Матбуғат конференцияһы Оксана Федорованың «Шаляпин Өфөлә» фильмының презентацияһына һәм «Рахманинов. Симфония длиною в жизнь» балетының премьераһына арналды.

Журналистар менән шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Александр Алексеев, Башопераның баш рәссамы Иван Складчиков һәм БР Милли музейында «Шаляпин Өфөлә» музей проекты етәксеһе, төбәк-ара Шаляпин үҙәге ағзаһы, Ф.И.Шаляпин тураһындағы китаптарҙың мөхәррире һәм иллюстраторы Анастасия Баранова аралашты.

Оксана Геннадьевна Ҙур һәм Мария театрҙарының буласаҡ солисы, үҙенең таланты менән бөтә донъяны яулап алған беренсе халыҡ артисының ижади үҫешенә арналған «Шаляпин Өфөлә» фильмын төшөрөү тураһында һөйләне.

- Музыкаль ижадта тәүге аҙымдарын яһай башлаған артист өсөн ул аҙымдар ниндәй һәм ҡайҙа буласағы бик мөһим. Ул Өфөлә үҙенең тәүге контрактына ҡул ҡуя, бында үҙенең тәүге гонорарын ала, тәүге фотоларын төшөрә, үҙенең тәүге яҡшы костюмын кейеп, аллеяларҙа сәғәттәр буйы йөрөй. Өфө уға азатлыҡ, осош һәм үҙ-үҙенә ышаныу тойғоһо бирә, һәм уның донъя опера йондоҙо, опера йырсыһы булыу хыялы тап ошонда, Өфөлә тормошҡа ашырыла. Федор Шаляпиндың башланғыс нөктәһе тап Өфөлә булыуын бик аҙҙар ғына белә. Ул Өфөнө һәр саҡ йылы тойғолар менән иҫкә ала.

Фильм бөйөк артистың тормошо һәм ижады менән бәйле: элекке дворяндар йыйылышы хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Софья аллеяһы һәм Аксаков музейында, Паршиндар йорто һәм Өфө губерна земство идаралығы бинаһында, Ағиҙел буйында, Аксаков баҡсаһында һәм ҡаланың башҡа иҫтәлекле урындарында төшөрөлә.

«Шаляпин Өфөлә» программаһы – «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу телепроектының бер өлөшө. 2023 йылда ул рус музыкаһының ике генийы Федор Шаляпин һәм Сергей Рахманиновҡа һәм бөйөк музыканттарҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған.

– Беҙҙең «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» проекты музыкаль мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға, был хаҡта үҫмерҙәргә, музыка мәктәптәре, училищеларҙа тәрбиәләнеүселәргә һөйләүгә һәм академик сәнғәт төрҙәре менән шөғөлләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Оксана Геннадьевна. – Өфө – бөтә донъя хөрмәт иткән бик күп күренекле, ҡыҙыҡлы ижади исемдәр тәрбиәләгән бәрәкәтле ер.

- Беҙгә, өфөләр өсөн, ҡалабыҙҙың тарихы йәштәргә һәм үҫмерҙәргә ошолай һөйләнеүе бик мөһим. Был беҙҙең тарихҡа һәм 2024 йылда үтәсәк юбилейыбыҙға ҙур өлөш индерә. Оксана Геннадьевна «Музыкаль сәйәхәт» программаһы циклынан үҙенең беренсе фильмы өсөн тап Өфөнө һайлай, сөнки Федор Иванович Шаляпин беҙҙең Өфөлә тәү башлап сығыш яһай, һәм был ҡалабыҙҙа музей булдырыуға һәм, әлбиттә, күп ваҡиғаларға, шул иҫәптән музыкаль ваҡиғаларға этәргес бирә. Музейҙы эшләү дауам итә, уны асыу май айында үтәсәк. Музейҙы асыу менән бергә беҙҙә «Шаляпин кистәре» фестивале үтәсәк, – тип һөйләне Наталья Лапшина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейын 2024 йылдың 6 майында асырға ниәтләйҙәр. Экспозицияны Свердлов урамы, 86 адресы буйынса ағалы-ҡустылы Соловьевтар усадьбаһы йортонда булдыралар.

- Киләһе йылда музейҙың эшләй башлаясағына шатмын. Музей эшмәкәрлегендә лә ҡатнашасаҡбыҙ. Беҙҙең аралашыуҙа Өфө төп урынды биләне. Беҙ Ф.Шаляпин исеме менән бәйле күп кенә локацияларҙа булдыҡ. Был ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым, – ти Оксана Федорова.

«Родина» кинотеатрында үткән матбуғат конференцияһынан һуң «Шаляпин Өфөлә» фильмы күрһәтелде, уны тәүгеләрҙән булып өфө уҡыусылары һәм журналистары ҡараны. Проектты ойоштороусылар билдәләүенсә, артабан төбәктең бөтә уҡыусыларына ла картинаны күрһәтеү өсөн Республиканың Мәғариф министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Ә ошо көндөң кисендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Рахманинов. Симфония длиной в жизнь», постановкаһы XX быуаттың ике бөйөк сәнғәт эшмәкәре: Сергей Рахманинов һәм уның дуҫы, бөйөк бас Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналды.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/oksana-fedorova-predstavila-v-stolice-bashkortostana-film-shalyapin-v-ufe

 

«Шаляпин Өфөлә»
«Шаляпин Өфөлә»
«Шаляпин Өфөлә»
«Шаляпин Өфөлә»
«Шаляпин Өфөлә»
Автор:
Читайте нас