+20 °С
Облачно
Новости
27 Ноября 2023, 18:50

Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде

- Беҙҙең иҫ киткес шәп  шағирыбыҙ  Виталий Молчанов бер нисә тапҡыр хәрби хәрәкәт зонаһында булды һәм барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе, һәммәһен дә  үҙ йәне аша үткәрҙе. Театрҙа уның әҫәрҙәре менән танышҡас, шаҡ ҡаттыҡ, тамашасыларҙың ошондай уҡ тойғолар кисереүен һәм был ваҡиғалар хаҡында белеүен теләнек. Бөгөнгө көндә, минеңсә, был Украинала барған ваҡиғалар тураһында иң яҡшы әҫәрҙәрҙең береһе, - тип һөйләне постановканың режиссеры Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов.  

27 ноябрҙә Өфөлә М.Ғафури исемендәге театрҙың бәләкәй залында М. Горький Ырымбур дәүләт өлкә драма театры Төбәк-ара гастроль туры сиктәрендә «ВРЕМЯ Z» спектаклен тәҡдим итте. Театр артистары башҡарыуында шағир Виталий Молчановтың Донбассҡа һәм Ҡырымға сәйәхәттәре мәлендә яҙылған шиғырҙары, шулай уҡ «Донецк» поэмаһы фрагменттары яңғыраны. Параллель рәүештә экранда хәрби хәрәкәттәр зонаһында төшөрөлгән документаль кадрҙар күрһәтелде. 

Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафиловтың постановкаһы илдәге хәлде һәм махсус хәрби операция ысынбарлығын художестволы уйҙырмаһыҙ  аңларға тырышып тыуҙырылған. Тамаша алдынан  М.Горький исемендәге  Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов һәм театр актеры Максим Меденюк журналистарға спектаклдең нисек  ҡуйылыуы тураһында һөйләне.

- Беҙҙең иҫ киткес шәп  шағирыбыҙ  Виталий Молчанов бер нисә тапҡыр хәрби хәрәкәт зонаһында булды һәм барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе, һәммәһен дә  үҙ йәне аша үткәрҙе. Театрҙа уның әҫәрҙәре менән танышҡас, шаҡ ҡаттыҡ, тамашасыларҙың ошондай уҡ тойғолар кисереүен һәм был ваҡиғалар хаҡында белеүен теләнек. Бөгөнгө көндә, минеңсә, был Украинала барған ваҡиғалар тураһында иң яҡшы әҫәрҙәрҙең береһе, - тип һөйләне постановканың режиссеры Рифҡәт Вәкил улы.

Спектакль тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ижади эште тәүгеләрҙән булып июнь айында  М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры тамашасылары ҡарай. Был спектакль менән Һамар ҡалаһына ла гастролгә барғандар.  Киләсәктә уны Силәбе, Екатеринбург, Ҡазан, Магнитогорск һәм Ырымбур өлкәһе ҡалалары халҡы көтә. Яңы йылдан һуң спектаклде Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла күрһәтәсәктәр.

- Беҙҙең спектакль-тирә-яҡтағы ваҡиғаларға йәнә бер ҡараш ташлау ул. Барыһы ла  алыҫта һымаҡ тойолһа ла, ысынында иһә, ул беҙ уйлағандан да яҡыныраҡ. Минең өсөн хатта үҙем ҡайҙа ла персонаж ҡайҙа икәнен аңлауы ауыр булды.  Сөнки барыһы ла шул тиклем яҡын, шул тиклем актуаль һәм тәүге кадрҙарҙан уҡ ҡабул итеү ҙә ауыр ине. Художестволылыҡты ла һаҡлап ҡалыу ҙа, тамашасыға был мәсьәләгә нисек ҡарарға икәнен үҙе хәл итергә мөмкинлек биреү ҙә мөһим ине. Үҙем  объектив булырға тырышам, әммә кисергән тойғоларҙан ситләшә, йәшеренә алмайым, был инде  минең тәбиғәтем, минең кисерештәрем һәм дә алдашмау, - тип үҙ тойғолары менән  уртаҡлашты актер Максим Меденюк. Спектакль өҫтөндә шулай уҡ хореограф Эдуард Солтанбәков, музыкаль биҙәлеш йәһәтенән  Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Пикулеваның, актерҙар: Олег Ханов, Сергей Шахмут, Альбина Демченко, Данила Сәйфуллин, Юлия Ковальчук, Дмитрий Татаринцев һәм башҡалар эшләй.

“Время Z”  Төбәк-ара гастроль туры Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында үткәрелә. Ойоштороусылары - Рәсәй яҙыусылар Союзының Ырымбур бүлексәһе, М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры.


Фото: Руслан Юлтаев



Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Өфөлә Ырымбур драма театрының "Время Z" спектакле күрһәтелде
Автор:
Читайте нас