Минскиҙа «Лiстапад» халыҡ-ара кино фестивале тамамланды. Был ваҡиға бик күп илдәрҙең кинематографистарын берләштерә. «Лiстападзiк» программаһына 36 илдең 15 анимация фильмы һайлап алынған.
«Лiстападзiк» конкурс программаһы балалар һәм анимация фильмдары өсөн бүленгән. Быйыл Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы унда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен (режиссеры Руслан Тәүәбилев) күрһәтте. Йәнһүрәт жюриҙың махсус призына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Төньяҡ амурҙары» — Башҡортостандың федераль прокат алған беренсе тулы метражлы йәнһүрәте. Был эш Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булышлығында бойомға ашырылды. Батыр башҡорт яугирҙәре тураһында йәнһүрәт геройҙары Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey), Нәзифә Ҡадирова, Via Chappa төркөмө лидеры Илья Тавлияров, спорт комментаторы Азамат Моратовтың тауышы менән һөйләй.