+7 °С
Ясно
Новости
23 Ноября 2023, 15:16

«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда

Өфө «Нур» татар дәүләт театры 17-22 ноябрҙә Чебоксарҙа үткән Вера Кузьмина исемендәге «Чĕкеç» I халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнашты.

«Нур» театры фестивалдә Гөлнур Усманова инсценировкаһында Зифа Ҡадырованың повесы буйынса «Фатима» драмаһын тәҡдим итте. Режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин.

«Нур» театрының «Фатима» драмаһы «Иң яҡшы спектакль» номинацияһында еңеүсе булды. Фатиманың төп ролен башҡарыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Раянова «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеү яуланы, ә Хәсибә ролен башҡарыу оҫталығы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айһылыу Ғүмәрова тарафынан фестивалдең махсус призы менән билдәләнде.

Сыуаш драма театры һәм сыуаш ҡурсаҡ театры сәхнәләрендә Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән ете милли театр үҙ спектаклдәрен уйнай. 100-ҙән ашыу артист алты фестиваль көнөндә сыуаш тамашасыларын ҡыуандыра.

Фестиваль жюриҙары Екатерина Морозова составында эшләне (театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, сәнғәт ғилеме кандидаты, РАТИ (ГИТИС) доценты, “Г.Г.Дадамян мәктәбе”нең юғары сәхнә сәнғәте педагогы, Дәүләт сәнғәт белеме институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, «Алтын битлек» милли театр премияһы эксперты), Айһылыу Сәғитова (театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, сәнғәт белеме кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы доценты) һәм Ольга Турғай (Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының яҙыусылар союзы һәм журналистар союзы ағзаһы, Семен Эльгер, Михаил Сеспель, Марфа Трубина исемендәге премия лауреаты, Сыуаш ДТРК-һы радиотапшырыуҙар хеҙмәтенең шеф-редакторы).

Еңеүселәрҙе иң яҡшы спектакль, иң яҡшы режиссер, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ролдәре, икенсе пландағы иң яҡшы роль, иң яҡшы актерҙар ансамбле номинацияларында билдәләнеләр.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-23/fatima-teatra-nur-stala-luchshim-spektaklem-mezhdunarodnogo-festivalya-v-chuvashii-3534324

 

«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
«Нур» театрының “Фатима”һы Сыуашстанда
Автор:
Читайте нас