+18 °С
Ясно
Новости
21 Ноября 2023, 07:30

Мәскәүҙә «Башҡорт иле» фестивале үтәсәк

30 ноябрҙә Мәскәүҙә «Башҡорт Иле» I Бөтә Рәсәй башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Ойоштороусыһы - Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге.

Добавить в предпочтительные источники Google

Проект башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын, телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уның мәҙәни традицияларын, халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һаҡлау һәм тергеҙеү проблемаларына, милли һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлауға һәм үҫеп килгән быуынды мәҙәниәткә, халыҡ ижадына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Шулай уҡ проект мәҙәни мираҫты һаҡлауға, мәҙәни ҡиммәттәрҙе яҡлауға, мәҙәни тормошто байытыуға, ижади аралашыу өсөн шарттар булдырыуға, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы таратыуға, үҫеп килгән быуынды халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына йәлеп итеүгә, уларҙа рухи һәм әхлаҡи сифаттар формалаштырыуға, мәҙәни традицияларға ҡыҙыҡһыныу уятыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, башҡорт балын тәмләп ҡарау, бай концерт программаһы планлаштырыла.

Сара ҡунаҡтары тарихсылар, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһендәге белгестәр менән аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә, шулай уҡ мауыҡтырғыс, сағыу музыкаль программа аша башҡорттарҙың мәҙәни байлығы, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша ала.

Фестивалгә баш ҡаланың милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистары, уҡыу йорттары, сәнғәт һәм һөнәрселек түңәрәктәренең, үҙәктәрҙең, студияларҙың, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең вәкилдәре һәм теләгән һәр кем саҡырыла.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-20/v-moskve-sostoitsya-l-vserossiyskiy-festival-bashkirskoy-kultury-bash-ort-ile-3529346

 

Мәскәүҙә «Башҡорт иле» фестивале үтәсәк
Мәскәүҙә «Башҡорт иле» фестивале үтәсәк
Мәскәүҙә «Башҡорт иле» фестивале үтәсәк
Автор:
Читайте нас