+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2023, 15:10

Уҡытыусы бүләге

Был әҫәрем педагогик хеҙмәткә намыҫ эше итеп ҡараусы, һиҙгер күңелле, эҙләнеүсән, профориентация өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусы—коллегаларыма арнала.

Унынсы класс уҡыусыһы Баязиттың тағы бүләк биреүе Камила Дәминовнаға сәйер тойолдо. Был үҫмер ниңә әле уға әйләнгән һайын бүләк бирә? Уҡытыусылар көнөн ҡотлап ағастан ырып яһалған – болан балаһын, Яңы йылға - аҡҡош һынын бүләк итте. Матур итеп семәрләнгән, ҡауырыйҙары ысын кеүек ялтырап торған, ҡанаттары бына-бына талпынып осоп китерҙәй тойолған аҡҡош һыны хайран ҡалырлыҡ матур ине. Бик талантлы кеше генә бындай оҫта һынды эшләй алыр. Ә бөгөн тыуған көнөн ҡотлап - сувенир һандыҡ бирҙе. Бындай күркәм әйберҙе уҡытыусының магазиндарҙа ла күргәне булманы. Мөйөштәре тимерләнгән, ҡапҡасы күгәнләнгән, ал яҡтан ҡыҙыл роза сәскәһе төшөрөлгән, һүҙ юҡ, шәп! Был һандыҡты шулай килештереп эшләр өсөн күпме тырышлыҡ, ваҡыт кәрәк булғандыр. Эйе, күңел биреп эшләнгәне күренеп тора, тотҡандан йылылыҡ бөркөлә. Йәш уҡытыусы оҫта ҡуллы уҡыусыһының хеҙмәтенә йәнә һоҡланып, уны әйләндереп-тулғандырып ҡараны, ҡапҡасын асты. Һандыҡ төбөндәге открытканы күреп ҡалды ла, алып, ундағы шиғырҙы уҡый башланы:

Был һандыҡтың эсе тулы

Изге теләк, изге хистәр.

Ҡотло булһын тыуған көндәр,

Алып килһен ҡыуаныстар.

Мөхәббәтем яҡты нурҙай,

Саф хистәрем яҙғы йырҙай.

Мин һеҙҙе шундай яратам

Һеҙ миңә яҡты йондоҙҙай.

Камила шиғырҙы уҡып, шаҡ ҡатты. Был юлдарҙы уҡыусы уға арнап яҙғанмы? Нисек батырсылыҡ иткән? Үәт, һөмһөҙ! Ярата имеш? Ахмаҡ тимә малайҙы! Ҡыҙыулыҡ менән башына килгән тәүге уйы - иртәгә үк ул тәртипһеҙ малайҙы директорға саҡыртып, кәрәген бирҙертеү булды. Шиғыры менән бүләктәрен кире бирергә! Башҡа әҙәп ҡағиҙәләренә һыймаған эш менән булышмаһын. Тыйнаҡлыраҡ булһын. Әҙерәк уйланып торғас, Камилаға был уйы оҡшаманы: “Юҡ, ярамай”, - тине. Үҫмерҙәр бик ғәрсел була, тотор ҙа берәй алйотлоҡ эшләр, йә үҙенә-үҙе ҡул һалыр. Ышан хәҙерге йәштәргә. Юҡ, был юл бармай. Әллә: “Мин уҡытыусы, башҡа ундай шиғырҙар яҙма, бүләктәреңде кире ал”, - тип записка ғына яҙып бирергәме? Төрлөһөн уйланы йәш уҡытыусы. Әллә юрамал һынарға була, аҙаҡ көлөп һөйләп йөрөр өсөн, уҫал шаяртыумы был? Ундай хәлдең дә булыуы мөмкин бит. Улай тиһәң, ниңә шул тиклем тырышып һындар эшләгән, бының ни кәрәге булды? Былтыр ғына университет тамамлаған йәш белгес аптырашта ҡалды. Коллегаларына кәңәш һорап өндәшергә иткәйне, йәштәрҙе яратмаған бер нисә әсе телле, уҫал уҡытыусынан шикләнде, тоторҙар ҙа үҙен боҙоҡлоҡта ғәйепләп, әллә нәмә һөйләп сығарырҙар. Хәлде башына һыйҙыра алмайынса, уҡытыусы вуз педагогтарының, психологтарҙың дәрестәрен иҫенә төшөрҙө, ҡабатлап лекцияларын ҡарап сыҡты. Унда уҡыусының уҡытыусыһына ғашиҡ булыуы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәгәйне. Үҙ алдына уйланып йөрөй торғас, Камиланың башына, ә бит тормошта ундай хәлдәрҙең булыуы бик тә ихтимал, тигән фекер килде. Үҫмерҙең шиғырын тағы бер-нисә ҡат уҡып сыҡты. Рифма, ритмы аҡһаһа ла ихлас яҙылған. Мөхәббәтте башта күктәрҙә ярала, шунан кешеләр күңеленә күсә, имеш, тиҙәр, ул йәшкә лә, дәрәжәгә лә ҡарамай, шуға яратҡаны өсөн бер кемде лә ғәйепләргә ярамай, тип яҙа психологтар. Хаҡтыр. Нисек итеп хисле үҫмерҙең намыҫына теймәй генә был сетерекле хәлдән арынырға? Камила оҙаҡ ҡына баш ватты һәм ашыҡмаҫҡа булды. Иртәгәһен бер ни булмағандай дәрескә инде. Баязит яғына һирпелеп кенә ҡарап ҡуйҙы ла дәресен дауам итте. Үҫмерҙең йөҙө борсоулы ине. Уйланалыр күрәһең. Бәлки, тинтәкләнеп мөхәббәт шиғыры яҙғанына үкенәлер.

Эйе, Баязитҡа бик уңайһыҙ ине. Камила Дәминовнаны нисек кенә өҙөлөп яратмаһын, уҡытыусы һынлы уҡытыусыға, мөхәббәт шиғыры яҙып бирергә хаҡы юҡ ине уның. Ярһыу хистәргә бирелде, әйтерһең, иблис ҡотортто. Быға һуңғы ваҡытта күргән төштәре лә сәбәпсе булды. Төшөндә гел икәүләшеп йөрөгәндәрен күрҙе: йә һауала осоп йөрөйҙәр, йә Торатау итәгендә сәскә йыялар, йә уҡытыусы яғымлы йылмайып, иркәләп уның сәстәренән һыйпай. Ҡәҙерле кешеһенең һөйкөмлө, мөләйем йөҙө үҫмерҙең күҙ алдынан китмәй. Тамам һаташты ул. Уҡытыусыһын былай яҡын күреүенә тағы бер нәмә сәбәпсе булды: уның да бәләкәй сағында атаһы-әсәһе үлгән булған, туғандары ҡарап үҫтергән, тип ишетте. Тәү ҡарашҡа юғары класс ҡыҙҙарынан бер нийе менән дә айырылмаған зифа буйлы, нәфис тауышлы, беренсе күреүҙән күңеленә хуш килгән баҙнатһыҙыраҡ йәш уҡытыусыға күңелендә наҙлы хис уянды. Мәктәптең спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, физик яҡтан көслө, ҡатынҡы үҫмер, йомшаҡ күңелле, тәжрибәһеҙ уҡытыусыны ҡурсығыһы, үҙ хәстәрлегенә алғыһы килде, үҙен уның яҡлаусыһы итеп хис итә башланы. Уҡытыусыны һанламаҫҡа иткән кластың шаян малайҙарын дәрес башланыр алдынан уҡ шаҡрайтып ултыртып, киҫәтеп ҡуйҙы.

- Дәрес боҙор булһағыҙ, ҡарағыҙ уны, - тип иҫкәртте, малайҙарҙы үҙ ҡулында тотоуы арҡаһында дәрестәр яҡшы үтә, уға ҡаршы сыға алмайҙар. Ә бер аҙҙан уҡытыусының төплө белемле икәнен күреп, үҙҙәре лә ихтирам итә башланы.

Шулай йөрөй торғас, тағы бер-нисә көн үтте. Уҡытыусы һиҙҙермәй генә үҫмерҙең дәрестә үҙен нисек тотоуын күҙәтте. Баязит енәйәт ҡылған кешеләй булып, башын баҫып, ҡарашын йәшереп ултыра бирҙе. Ситләтеп кенә коллегаларынан уҡыусының ғаилә хәлен белеште. Класс етәксеһе:

- Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тиҙәр. Үҙ әсәһе булмағас, Баязитҡа әсә наҙы тәтемәне, - тине. –Үҙен-үҙе кеше иткән, шәп, тырыш малай ул.

Тағы ике аҙна үтеп үтте. Үҫмерҙең күңеле һаман тыныс түгел. Һаман ғәйепле кеше кеүек башын аҫҡа эйә лә ултыра. Камилаға уҡыусыһы йәл була башланы. Бер көндө дәрестән һуң алып ҡалды ла:

- Баязит, бөгөн мине оҙатып ҡуй әле, дәфтәрҙәрем күп, сумкам ауыр, - тине.

Урамда яҙ, көн имшей башлаған. Юлдағы күләүектәрҙә турғайҙар ҡойона. Ҡояш алтын нурҙарын ер өҫтөнә мул һибә.

Хәҙер уҡытыусы мине эт итеп һүгер инде, ни эшләргә, артабан был мәктәптә уҡып булмаҫ, ситкә сығып китергә тура килер, тип уйланды Баязит. Инде нисәнсе ҡат, йәне көйөп, ниңә генә шул шиғырҙы яҙҙым, тип үкенде, үҙен ҡабат-ҡабат битәрләне. Баязит һиҙҙермәй генә уҡытыусыһына күҙ ташланы. Камила Дәминовнаның күҙ ҡарашы һәр ваҡыттағыса яғымлы, хатта ниҙер уйлап, үҙ алдына йылмайып та ҡуйғандай. Үҫмер әҙерәк тынысланды. Тик бер нәмә уға тынғылыҡ бирмәне, бүләген биргәнгә айҙан ашыу ваҡыт үтте, ә уҡытыусыһы ләм-мим өндәшмәй. Үҫмер йәнә үҙенең ҡылығын анализланы. Ниңә уның күңеле гел йомшаҡ һүҙле, яғымлы ҡатын- ҡыҙға тартыла? Бәлки, бала сағында әсә һөйөүен татымай үҫкәнгәлер? Иҫендә, әсәһе үлгәндән һуң балалар баҡсаһындағы бер яғымлы тәрбиәсене яратҡайны. Өйгә ҡайтҡыһы килмәйенсә илап бөтә торғайны. Йортҡа үгәй әсәй килгәндә уға ни бары биш кенә йәш ине. Сит ҡатын, ниңәлер, тәүге көндән малайҙы үҙ итмәне, ҡағып-һуҡманы, әммә йылы һүҙ әйтеп, башынан иркәләп һыйпағаны ла булманы. Ә үҙенең балаһы тыуғас, үгәй улына бөтөнләй битарафҡа әйләнде, ул өйҙә бар ни ҙә юҡ ни. Атай булған кеше лә улына иғтибарын кәметте.

Үҫмер тағы уҡытыусыһына күҙ һирпеп алды: кәйефе һәйбәт күренә, йөҙө яҡты, ҡарашын алыҫҡа төбәлгән дә, тыныс ҡына атлай. Баязиттың башынан ҡапыл, әллә уҡытыусы ла мине оҡшатамы икән, тигән уй үтте. Йәш айырмаһы ла әллә ни түгел дәһә, ете йәш күпме ни? Бындай уйҙан хатта маңлайынан тир бәреп сыҡты. Былай ул үҙен төшөп ҡалғандарҙан иҫәпләмәй, ана, яңыраҡ класындағы иң сибәр ҡыҙыҡай мөхәббәт хаты яҙып, осрашыуға саҡырҙы. Ә уның йөрәге тик берәүгә бирелгән. Бер килке атлағас, Камила Дәминовна ситләтеберәк һүҙ башланы:

- Бүләктәрең оҡшаны, һин бик оҫтаһың, ҡулың алтын икән. Тырышһаң, Бажовтың Даниилы һымаҡ таштан сәскә лә эшләй алырһың. Белмәгәйнем, шағир ҙә икәнһең.

Үҫмер өндәшмәне. Тағы ла бер килке һүҙһеҙ атланылар, уҡытыусы дауам итте:

- Һин мөхәббәтең тураһында ла яҙғанһың. – Был темаға һөйләшеү тормош тәжрибәһе аҙ булған йәш уҡытыусыға еңел түгел ине, әйтер һүҙен тейешенсә әйтә алмай, тауышы көсөргәнеп сыҡты, шулай ҙа һүҙҙәрҙе уйлап, һайлап ҡына фекерен дауам итте. – Иң беренсе, миңә булған шундай матур хистәрең өсөн рәхмәт, Баязит. Яратыу – изге хис, мин уны юғары баһалайым. Ихлас ярата белгәндәрҙе бик ихтирам итәм. Бер Бөйөк Ватан һуғышы геройы летчик-штурмовик яҙған китапты уҡығайным, подвигтарым өсөн һөйгән ҡыҙыма, уның хаттарына рәхмәтлемен, тигән. Тик саф мөхәббәт кенә кешене подвигтарға әйҙәй, тигән. Миңә шундай тәрән хисле, оҫта ҡуллы уҡыусым булыу менән ғорурланырға ғына ҡала. Мин дә һине яратам, Баязит. Һинең саф күңелең, юғары хис-тойғоларға һәләтле булыуыңды юғары баһалайым. Һин талантлы егет, ҡул эштәренә бик оҫтаһың. Минең уйымса, киләсәктә һинән шәп скульптор сығыр.

Үҫмер оялыуынан ер ҡуйынына инерҙәй булып, бурҙаттай ҡыҙарынып, өнһөҙ-тынһыҙ атлауын белде. Камила Дәминовналарҙың өйөнә етергә лә күп ҡалманы.

- Тағы бер нәмә әйтәм. Ерҙә кешене мөхәббәт йәшәтә. Беҙ әсәйебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы, класташтарыбыҙҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы, тыуған илебеҙҙе, ауылыбыҙҙы, тәбиғәтте яратабыҙ. Минеңсә, күңелендә яратыу хисе булған кешелә өмөт бар. Яратыу хисең һиңә лә яҡшыраҡ уҡырға, ысын кеше булырға, маҡсатыңа өлгәшергә ярҙам итһә, мин бик тә шат булыр инем. Ә бүләктәреңде ҡәҙерләп һаҡлармын. Минең дә бүләгем бар һиңә: Камила портфеленән матур тышлы ҡалын ғына китап сығарҙы, Баязитҡа ҡарап яғымлы йылмайҙы ла:

- Был ҡулланма ағастан, таштан, йәшмәнән төрлө һындар эшләргә өйрәтә. Ошоларға ҡарап, тағы ла оҫталығыңды арттыр. – Уҡытыусы Баязитҡа ҡарап, тағы яғымлы йылмайҙы. - Киләсәктә һинең данлыҡлы скульптор булыуыңды теләйем, -тине.- Бына ҡара, китаптың тәүге битенә лә шулай тип яҙып ҡуйғанмын.

Һөйләшеүҙең бындай йүнәлеш алыуы Баязит өсөн көтөлмәгән хәл булды, шатлығынан йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып типте, шунда уҡ хафаланыуҙары юҡҡа сыҡты, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды. Үҙен иңенә бәхет ҡанаттары үҫеп сыҡҡандай хис иткән үҫмер: “Скульптор булһам, тәүге эшем, уҡытыусыма һәйкәл буласаҡ”, - тип уйланы ул эстән, тик уйын ҡысҡырып әйтмәне, ни бары:

- Ҙур рәхмәт һеҙгә! – тиеү менән сикләнде.

Рәхмәте уның китаптан бигерәк, оло йөрәкле уҡытыусының үҙенә тәғәйенләнгәйне. Камила Дәминовна ниндәй аҡыллы! Уны аңлай алды, хистәрен кәмһетмәне. Йомшаҡ, наҙлы һүҙҙәре менән алдына юғары маҡсаттар ҡуйҙы, күңелен үҫтереп, ижадҡа дәртләндерҙе. Баязитҡа еңел булып китте, өйөнә ҡанатланып, күңеле күтәрелеп ҡайтып инде. Үгәй әсә, ғәҙәтенсә, уның яғына әйләнеп тә ҡараманы, үҙ эше менән булды. Баязит һыуытҡыстан алып нимә бар, шуны ҡапҡыланы ла ихатаға сыҡты. Ни күҙе менән күрһен, былтыр өй артына яһап элгән умартаға сыйырсыҡтар ҡайтҡан. Эй, парлашып сутылдашалар. Баязит тағы уҡытыусыһының мөләйем йөҙөн, яғымлы ҡарашын, йомшаҡ тауышын күҙ алдына килтерҙе. Хәҙер ул Камила Дәминовнаның төҫө-башы, кейгән кейеме генә түгел, күңеле лә матур булыуын, етмәһә бик аҡыллы, кешелекле икәнен дә белде. Күңеле яҡты өмөттәр, аҡ хыялдар менән мөлдөрәмә тулы үҫмер өйгә инеп, тиҙерәк бүләк китапҡа йомолдо. Уҡытыусы бүләге киләсәктә уны бәхеткә илтер һымаҡ тойолдо уға.

...Был хәлдәргә ун биш йыллап ваҡыт үтеп китте. Камила Дәминовна абруйлы уҡытыусы булып танылды, яңыраҡ уға мәғариф отличнигы тигән исем бирҙеләр.

Бер көндө мәктәптән ҡайтып ҡына тора ине, өйөндә телефон шылтыраны:

- Мин һеҙҙең уҡыусығыҙ, Баязит Ишбулдин булам, - тине көр тауыш. – Тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайым. Һеҙҙе күреп сығырға мөмкинме?

- Рәхим итегеҙ. – Республика йәштәре араһында ижади эшләгән скульптор булып дан ҡаҙанған был уҡыусыһының теге саҡтағы бүләк менән булған мажараларын иҫенә төшөрөп, уҡытыусы йылмайып ҡуйҙы.

Ҡунаҡ көттөрмәне. Ҡаршыһында киң яурынлы, һомғол буйлы ир-егетте күреп, Камила Дәминовна баҙап ҡалды.

- Рәхим итегеҙ, түрҙән уҙығыҙ, - хужабикә ҡунаҡты залға саҡырҙы.

- Теге саҡта Һеҙ бүләк иткән китап тылсымлы булып сыҡты, ахрыһы. Мин уны әле лә ҡулымдан төшөрмәйем. Һөнәр һайларға булышлыҡ итте. Скульпторлыҡ миңә уңыш алып килде. – Ул уҡытыусыһына матур итеп төрөлгән ҙур ғына ҡумта һуҙҙы. – Был һеҙгә бүләк.

Камила Дәминовна ҡумтаны асты. Унан өҫтөнә килешле костюм кейгән, һул ҡулы менән түшенә класс журналын ҡыҫып ҡосаҡлаған, сәсен бөхтә итеп уртаға ярып тарап, артҡа төйнәгән, сабыр йөҙө бер аҙ талсыҡҡан, күҙ ҡараштары алыҫҡа төбәлгән һын килеп сыҡты.

- Статуэтка! Уҡытыусы һыны! Әллә мәрмәрҙән инде? Үҙ ҡулың менән эшләгәнһең, шулаймы?

- Эйе.

Камила Дәмин ҡыҙы бүләкте тағы баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Баязит әллә уның һынын эшләгән инде? Уның нәҡ ошондай журнал тотоп төшкән фотоһүрәте бер-нисә йыл элек йәштәр журналының тышында баҫылып сыҡҡайны лабаһа.

Баязит уҡытыусыһының өнһөҙ һораулы ҡарашын тойҙо. Был юлы үҫмер сағындағы кеүек ул өндәшмәй ҡала алманы:

- Һеҙ миңә ҡанаттар ҡуйҙығыҙ, ижадҡа илһамландырҙығыҙ. Шағир булһам - поэма яҙыр, композитор булһам, йыр ижад итер инем. Скульптор булғас, бына һеҙҙең һынды ап-аҡ мәрмәрҙән ҡойоп эшләнем. Мин һаман һеҙҙе яратам, - тине.

- Рәхмәт, Баязит, ҙурланың. Мин һинең менән ғорурланам. Бер мин генә түгел, бөтә мәктәп һинең уңыштарың өсөн шатлана, хатта портретыңды арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһына ҡуйҙыҡ.

Бер мәлгә генә Камила Дәмин ҡыҙының күҙ алдынан институт тамамлағас ошо мәктәптә эшләй башлауы, шул саҡтағы хәлдәр үтеп китте. Йәшлек дыуамаллығы менән хата аҙым яһамауы, үҫмер яҙмышына аяп ҡарауы, етди уйлап эш итеүе өсөн шатланды ул бөгөн. Уҡыусы менән уҡытыусы бер-береһенә яғымлы ҡараны. Был ҡараштарҙа йылдар һынауын үткән саф мөхәббәттең, наҙлы йөрәктәрҙә яралған һөйөү хисенең кешене бөйөк итеүе, рухи бейеклектәргә күтәрергә һәләтле булыуы сағылды.

Камила Дәминовна Баязит өсөн мәңге буй етмәҫлек яҡты йондоҙ, уға тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе илаһиә булып ҡалды.

 

Лира Яҡшыбаева

 

Уҡытыусы бүләге
Уҡытыусы бүләге
Автор:
Читайте нас: