Сығыштарҙы РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР-ҙың халыҡ артисы, М.Царев исемендәге премия лауреаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры – Фәрдүнә Ҡасимова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Тәнзилә Ҡалмырҙина, режиссер, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты Рима Харисова составындағы компетентлы жюри баһаланы.
Фестивалдең гран-прийына З.Солтанов исемендәге халыҡ театры (Дүртөйлө районы), I урынға - «Балҡыш» халыҡ татар театры (Балтас районы) лайыҡ була.
Шулай уҡ түбәндәге номинациялар бирелде:
"Иң яҡшы режиссер эше", “Иң яҡшы сценография” – “Виват" өлгөлө театр студияһы (Нефтекама ҡалаһы);
"Сәхнә ансамбле” - "Хаят" татар халыҡ театрының атҡаҙанған коллективы (Яңауыл районы);
"Спектаклдең бөтөнлөгө өсөн” - "Замандаш" халыҡ татар театры (Краснокама районы);
"Спектаклдең музыкаль сиселеше өсөн" - "Хаят" татар халыҡ театрының атҡаҙанған коллективы (Яңауыл районы);
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" - Миңлегөл Лотфуллина, Зөһрә Ғилфанова, Альбина Миңләхмәтова (Краснокама районы);
"Иң яҡшы ир-егет роле" - Энгельс Ғәлиәкбәров (Мәсетле районы);
"Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" - Маргарита Курбатова (Өфө районы, Михайловка ауылы);
"Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле" - Рәмис Әхмәтйәнов (Белорет районы);
"Ижади эҙләнеү өсөн” – “Елмәрҙәк" халыҡ башҡорт театры (Белорет районы).
Фәрдүнә Ҡасимованың махсус призы «Тамаша» театр коллективына (Баҡалы районы) тапшырылды.
https://rcntrb.com/ru/news/8988-v-baltachevskom-rajone-proshel-respublikanskij-festival-tamasha-2023