Күргәҙмә өс бүлектән тора: «Башҡорттарҙың торлаҡ биҙәлеше һәм көнкүреш әйберҙәре», «Заманса биҙәү-ҡулланма сәнғәте» һәм «Быуаттар мираҫы». Экспозицияла 135 музей экспонаты: этнография, башҡорт халҡының көнкүреше, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре ҡуйылған.
- Проект башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы тураһында тулы күҙаллау булдырыуға, халыҡ сәнғәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ул Рәсәй музейҙары коллекцияларында тупланған һәм тәҡдим ителгән матди мәҙәниәтте өйрәнеү һәм интерпретациялау өлкәһендәге артабанғы проекттар өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк, - тип һөйләне музей директоры Альбина Ярмуллина.
Проектты ойоштороусылар булып Мари-Эл Республикаһының мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлығы, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Башҡортостан Республикаһы), Мари-Эл Республикаһының Т.Евсеев исемендәге милли музейы сығыш яһай. Асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Мари-Эл мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министр урынбаҫары Игорь Садовин, Т.Евсеев исемендәге милли музей директоры урынбаҫары Татьяна Яндулова сығыш яһаны.
Күргәҙмәне асҡанда халыҡ көйҙәре һәм «Урал», «Байыҡ» йырҙары яңғыраны, «Эрвел Мари» ансамбле мари бейеүен һәм йырын башҡарҙы.
Күргәҙмәнең даими партнерҙары булып «Ағиҙел» БХП ДУП-ы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, ЯНАО-ның Ноябрьск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы тора.
Күргәҙмә 2024 йылдың 18 февраленә тиклем эшләй.