+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2023, 15:37

“Ҡурай сере” ҡурайсылар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

29 ноябрҙә Белорет районының Шығай ауылында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен һаҡлаусы, билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев призына "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтәсәк. Проект талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлауға, коллективтар ойоштороуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, үҫеп килгән быуынды башҡорт халыҡ музыка ҡоралына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Сарала ҡатнашыуға ҡурайҙа үҙешмәкәр башҡарыусылар, дөйөм белем биреү мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәренең, мәҙәни-ял итеү учреждениеларының һәм башҡа клуб ойошмаларының ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла.

Ҡурайсылар араһында конкурс өс йәш категорияһы буйынса бер турҙа үтәсәк:

7 йәштән 12 йәшкә тиклем;

13 йәштән 16 йәшкә тиклем;

17 йәштән өлкәндәр.

Ҡатнашыусыға оҙон көй һәм марш йәки бейеү көйөн әҙерләргә кәрәк.

Ҡурайсылар ансамблдәре конкурсы бер турҙа ике йәш категорияһында үткәрелә: 16 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәндәр. Коллектив ике төрлө характерлы әҫәр башҡарырға тейеш (оҙон көй, ҡыҫҡа көй).

Һирәк башҡарылған көйҙәрҙән торған программа, шулай уҡ М.Түлебаев репертуарынан: “Байыҡ”, “Боронғо һалдат маршы”, “Буранбай”, “Заһиҙә”, “Зарифа”, “Ҡағыташ”, “Ҡалды”, “Ҡаһым түрә”, “Ләңке ташы”, “Йәрүш”, “Ағиҙелкәй”, “Бүҙәнә”, “Өләсәйҙәр Уралы”, “Үләнде”, “Исрафил”, “Тамъян байығы” һәм башҡа көйҙәрҙе башҡарыу үҙенсәлеге хуплана.

Ҡатнашыуға ғаризалар 2023 йылдың 25 ноябренә тиклем электрон адресҡа ҡабул ителә [email protected]

Ойоштороу мәсьәләләре буйынса 89093478917 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Мөхәмәт Усман улы Түлебаев 1945 йылдың 25 ғинуарында БАССР-ҙың Белорет районы Түбәнге Сермән ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1963-1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан уҡытыусы булып эшләй. 1970 йылдан 2007 йылға тиклем - Белорет районы Шығай урта мәктәбенең ҡурай түңәрәге етәксеһе, 2007 йылдан 2009 йылға тиклем-Белорет ҡалаһының 17-се урта мәктәбе педагогы. М.Түлебаев Тамъян ырыуы ҡурайсылары традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең 70-тән ашыу инструменталь варианты бар: «Байыҡ», «Иҫке һалдат маршы», «Буранбай», «Заһиҙә», «Зарифа», «Ҡағыташ», «Ҡалды», «Ҡаһым түрә», «Ләңке ташы».

Мөхәмәт Усман улы ТАССР-ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан, 1989), “Вашшои” Бөтә Союз фольклор фестивалендә (Осака, Япония, 2000) ҡатнаша. СССР, БДБ һәм сит илдәр (Ватикан, Германия, Италия, Франция һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була. Ул Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә Мәскәү), Ишмулла Дилмөхәмәтов призына республика ҡурайсылар конкурсы (1990 йыл), гран-при), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы (2016 й.), гран-при), Төбәк-ара ҡурай байрамы (2005 й.) (гран-при) лауреаты. М.Түләбаев Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы - Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнгән.

 

Ойоштороусыһы: Республика халыҡ ижадына мәғлүмәт һәм методик ярҙам үҙәге ҡарамағындағы Белорет районы муниципаль районы.

Положение об Открытом конкурсе кураистов «Ҡурай сере» на приз заслуженного работника культуры Республики Башкортостан Мухамета Усмановича Тулебаева

 

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Усман улы Түлебаев Призына "Ҡурай сере" асыҡ ҡурайсылар конкурсы тураһында Положение

 

https://rcntrb.com/ru/news/8972-prinimayutsya-zayavki-na-uchastie-v-konkurse-kuraistov-uraj-sere

 

 

“Ҡурай сере” ҡурайсылар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
“Ҡурай сере” ҡурайсылар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас: