-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2023, 00:01

Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективының эстрада төркөмөнә яңы художество етәксеһе билдәләнде. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илнур Хәйруллин. Илнур Хәйруллин 2013 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ҡурайҙа боронғо башҡорт көйҙәрен, классик музыканы, хәҙерге Рәсәй, сит ил, башҡорт авторҙарының инструменталь композицияларын башҡара. Өзләү, ҡумыҙҙа, дудукта уйнау техникаһын белә. Шулай уҡ ҡурай етештереү менән шөғөлләнә. Төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстар лауреаты. Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә милли музыка сәнғәте менән таныштыра.

Артист тормошонан мәҙәк хәл:

Бик күп Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа беренсе урындар яулаған, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған егет - Илнур Хәйруллиндың Игорь Бутман саҡырыуы буйынса Сочиға барып джаз фестивалендә сығыш яһаған саҡтары бик мажаралы була.

- Тышта 40 градус эҫе, ә миңә шул томра эҫелә бүре тиреһен ябынып сәхнәгә сығырға тура килде.

Унда мин сәхнә түренә ауылдашым Илдус Әйүпов аулаған бүре толобон ябынып сығып, ҡурай, ҡумыҙҙа “Бүреләр һунары” импровизацияһын башҡарҙым.

Аҙаҡтан, шыбыр тиргә батып сығыш яһағандан һуң, тирене киптерергә тип, водитель эргәһендәге алғы ултырғысҡа элеп ҡуйҙым.

Юлда беҙҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатты. Инеп килгән ыңғайы инспектор, бүре башын күреп, ныҡ тертләне. Ҡайҙан булыуыбыҙҙы һорашып, Башҡортостандан икәнде белгәс, үҙе лә шул бүрегә бәйләп, мәҙәк һөйләп, көлдөрөп, “һеҙгә мөмкин” тигән һымаҡ сығып китте.

Ишембай районының Этҡол ауылында Дамира менән Радик Хәйруллиндар ғаиләһендә тыуып үҫә Илнур. Атаһы – оҫта гармунсы, әсәһе лә йыр-моңға ғашиҡ. Төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнаған егет “Башҡорт ҡумыҙ сәнғәтен күтәреү мөһим”, – тигән маҡсатта янып йәшәгән Илнур Мәскәүҙә “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли ҡоралдар фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды.

Иң ҙур уңыштарының береһе итеп Илнур – 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында Олег Лундстрем исемендәге джаз музыкаһы дәүләт камера оркестры менән соло уйнауҙы һанай. Һуңынан Төркиә, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Болгария, Германия, Франция, Голландия, Чехия, Азербайжан, Канада, Австрия кеүек илдәрҙең сәхнә түрҙәрендә сығыш яһарға насип була уға. Олег Ҡасимовтың джаз оркестры менән дә күп уйнай. Игорь Бутман, Патти Августин, Трилок Гурту, Ник Вест кеүек донъя кимәлендәге джаз йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһау үҙенә ышаныс арттыра һәм артабан да янып эшләргә дәрт бирә.

Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе
Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе
Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе
Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе
Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы художество етәксеһе
Автор:
Читайте нас: