+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2023, 10:30

Башҡорт академия драма театры Ҡазанға гастролдәргә юлланды

-

Ике йыл һайын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡазан тамашасыһы алдында үҙенең иң популяр һәм премьера спектаклдәре менән сығыш яһай. Был юлы ла театр үҙ традицияларына тоғро ҡалды. 14-19 ноябрҙә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Башҡорт театрының гастролдәре була.

«Ҡазандағы гастролдәребеҙ Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторола. Унда коллективтың яртыһы тиерлек — артистар, техник цехтарҙың хеҙмәткәрҙәре һәм «Килен» спектаклендә уйнаған балалар ҡатнаша, быйылғы 104-се ижад миҙгеле кеүек үк, бөтәһе 104 кеше. Гастролдәр юғары кимәлдә үтер тип ышанабыҙ», — ти театр директоры Иршат Фәйзуллин.

Алты көндә 15 сара — Камал театры сәхнәһендә 11 спектакль, «Минең эсемдә цунами» менән башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһау һәм Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған ижади осрашыу үткәреү ҡарала.

«Актерҙарыбыҙ Ҡазанға гастролдәргә ҙур теләк менән йөрөй. Башҡортостандың һәм Татарстандың академия театрҙары араһында дуҫлыҡ күп йылдар менән иҫәпләнә, яңы быуын артистарҙың да изге йоланы дауам итеүе бик ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә беҙҙең коллектив хатта Камал театрында эшләгән коллегаларына һәм Ҡазан тамашасыларына йырлы видеосәләм төшөрҙө, ике көн эсендә уны 120 мең кеше ҡараны», — тип билдәләне театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.

Автор:Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-13/bashakademteatr-imeni-mazhita-gafuri-vyehal-na-gastroli-v-kazan-3517705

Башҡорт академия драма театры Ҡазанға гастролдәргә юлланды
Башҡорт академия драма театры Ҡазанға гастролдәргә юлланды
Автор:
Читайте нас: