+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2023, 12:49

Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр

Иң яҡшы ҡурайсылар Әҙеһәм Исҡужин исемендәге VII асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсына йыйылды. Ул Ә.Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә үтте. Ижади ярышта 50-нән ашыу солист-башҡарыусы ҡатнашты.

Гран-приҙы Силәбе өлкәһенән Рифат Исҡужин яуланы. Был уның беренсе ҡатнашыуы ғына түгел. 2018 йылда ҡурайсы үҙенең йәш категорияһында икенсе урын алды. Шарттар буйынса, 16 йәштән өлкәндәр категорияһында ҡатнашыусыларға инструменталь әҫәрҙәр башҡарыу ғына түгел, ә оҙон халыҡ йырын йырлау ҙа кәрәк ине.

"Мин Әбйәлил районында, Мәхмүт ауылында тыуғанмын. Силәбе өлкәһендә, Магнитогорскиҙа йәшәйем. Металлургия комбинатында экскаватор машинисы булып эшләйем. К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының ҡурай класын тамамлаһам да, бер ҡайҙа ла йырларға өйрәнмәнем. Ҡурайҙа уйнарға һәм башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға яратам. Минең сығышым шул тиклем юғары баһаланыр тип көтмәгәйнем. Бындай конкурсты ойошторған, үҙеңде күрһәтергә мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт», - тип һөйләне Рифат Исҡужин.

Ҡурайсылар конкурсы – таланттар ярышыу майҙансығы ғына түгел, ә оҫталыҡты үҫтереү мәктәбе лә. Ҡатнашыусыларҙы профессионалдар: Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Хәмитов, шулай уҡ уҙған йылдарҙа гран-при яулаусылар Иҙел Аралбаев һәм Шамил Күсәмишев баһаланы.

"Йылдан-йыл ҡатнашыусылар әҙерлеклерәк килә. Конкурсанттарҙы ихлас тыңлайбыҙ, яңы башҡарыусыларҙы асабыҙ. Балаларҙың күпләп килеүе ҡыуаныслы", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Иҙел Аралбаев.

«12 йәшкә тиклем» категорияла Данир Мөхәмәтдинов иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урында – Рөстәм Хәбиров, өсөнсөлә – Әмир Кәримов. Камил Ильясов, Батырхан Ҡалдаманов һәм Айназ Айсыуаҡов конкурс лауреаттары булды.

Урта йәш төркөмөндә беренсе урын – Алмаз Бикмәтовта, икенсе – Тамерлан Латиповта, Азамат Ханнанов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Хәким Ғилманов, Вилада Әсәҙуллина һәм Азамат Тимерғәлиев лауреаттар тип танылды.

Өлкән йәш категорияһында (16 йәштән өлкәндәр) беренсе урынды Тәфтизән Зәйнешев (Учалы ҡалаһы) яуланы, икенсе урында – Өфөнән Фәйез Шәрипов, өсөнсөлә – Белорет районынан Ыласын Мәғәфүров булды. Лауреаттар – Илнур Юлдашбаев (Учалы ҡалаһы) һәм Буранбай Исҡужин (Сибай ҡалаһы).

"Мин был конкурста етенсе тапҡыр ҡатнашам. Йыл һайын үҙемде яңыса асырға тырышам. Минең өсөн бындай етди конкурста ҡатнашыу – ҙур шатлыҡ», – тине Ыласын Мәғәфүров.

Конкурстың махсус бүләктәре лә тапшырылды. Мәҫәлән, иң йәш ҡатнашыусы – Өфөнән 8 йәшлек Илдар Мөхтәров, ә иң олоһо – Хәйбулла районынан 59 йәшлек Илдар Юнысов. «Өмөт» призы Асҡар Ҡотлохужинға (Силәбе өлкәһе) һәм Данияр Ишбирҙинға (Өфө районы) тапшырылды.

Сара еңеүселәрҙең, Ә.Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең «Тамъян» традицион инструменттар халыҡ оркестры һәм жюри ағзаларының сығыштары менән оҙатылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы-педагог, Башҡорт халҡының рухи мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Ойоштороусылар – Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Ә.Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-11/v-ufe-opredelili-luchshih-kuraistov-3516261

 

Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Өфөлә иң яҡшы ҡурайсыларҙы билдәләнеләр
Автор:
Читайте нас: