+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2023, 09:17

"Ҡарһылыуҡай – 2023"

«Ҡарһылыуҡай – 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсы өлкәндәр һәм балалар номинацияларында кастинг иғлан итә.

Өлкәндәр номинацияһында ҡатнашыу өсөн 16-35 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Төп бүләк – IPhone 14 һәм 100 мең һум аҡса. Шулай уҡ дәртләндереү номинациялары араһында бай приз фонды вәғәҙә ителә. Финал шоуы эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында яңы йыл каверҙары мюзикл-шоуы форматында үтәсәк.

Балалар номинацияһында ҡатнашыу өсөн 5-15 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Ҡыҙҙар финал көнөндә күрһәтеләсәк ҡыҫҡа метражлы яңы йыл фильмын төшөрөүҙә ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсы 2021 йылдан алып уҙғарыла һәм «Башҡортостан гүзәле», «Өфө һылыуҡайы», «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы–Башҡортостан» кеүек ҙур матурлыҡ конкурстарын ойоштороусы студияның яратҡан бейеү шоуҙарының береһе булып тора.

Уҙған конкурстың финалында республиканан һәм күрше өлкәләрҙән һигеҙ һылыуҡай ҡатнашты.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-09/konkurs-bashkirskih-snegurochek-karhylyukay-2023-ob-yavlyaet-kasting-3513165

 

"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
"Ҡарһылыуҡай – 2023"
Автор:
Читайте нас: