14 ноябрь, 19:00
Мөнир Ҡунафиндың “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектаклен сәхнәгә Айҙар Зарипов ҡуйҙы. Спектаклдең сюжетында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Керчь-Ҡорос исемле легендар аттың ысын булған тарихы ята. Мәғлүм булыуынса, ике тапҡыр яраланған ат, һуғыштан һуң ике йыл үткәс, Миәкә районындағы Илсеғол ауылына ҡайтарыла. Төп ролдәрҙә – Фәнил Ҡарасурин, Фәйрүзә Сәлимгәрәева (Айгөл Байрамғолова). Үҙенсәлекле декорация, костюмдар, яҡтыртыу, хореография, музыкаль биҙәлеше спектаклгә бөтөнлөк биреп, тарихҡа хәҙер көн күҙлегенән ҡарау мөмкинселеген аса. Республика буйлап гастролдәрҙә булып өлгөргән был сәхнә әҫәре бихисап һәм тулы йөкмәткеле баһаламаларға лайыҡ булыуы һоҡланғыс һәм ғорурлыҡ тойғоһон уята. Спектакль 6 йәштән өлкәндәр өсөн тәҡдим ителә.
15 ноябрь, 19:00
“Минең ҡатынымдың исеме Морис” (Р.Шарт) спектакленең ҡуйыусы режиссеры – ҡасандыр үҙе төп ролде уйнаусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Комедия ғаилә мөнәсәбәттәренә, бер-береңде аңлауға, килеп тыуған төрлө хәлдәрҙән ваҡланмай сығыуға ҡоролоп, көлдөрөр ҙә, илатыр ҙа, йыуатыр ҙа, йырлатыр ҙа көскә эйә. Хөрмәтле дуҫтар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрегеҙҙе аҙға ғына ситкә ҡуйып, битарафлыҡтан арынып, спектаклдәргә килегеҙ. “Күңелле йәшәйбеҙ” телепроектында ҡатнашҡан артистарҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреү, улар менән сәхнә телендә йәнле аралашыу матур хәтирәләр булыр ҡалыр. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер тигәндәй, беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Күңелдәрегеҙгә дәрт, йөрәктәрегеҙгә ял алып ҡайтырһығыҙ.
Спектакль 12 йәштән өлкәндәр өсөн тәҡдим ителә. Рус теленә синхрон тәржемә бар.