+16 °С
Дождь
Новости
8 Ноября 2023, 05:17

«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»

Өфөлә «Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш» китабының исем туйы үтә.

9 ноябрҙә 17.00 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Шаляпин залында «Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш» китабының исем туйы үтә. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Станиславскийҙың Халыҡ-ара премияһы лауреаты Олег Закир улы Хановтың тормошона һәм ижадына арналған.

Авторы – сәнғәт ғилеме кандидаты, доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова.

Китап күренекле актер Олег Хановтың тормошона һәм ижадына, уның биографияһының төп этаптарына һәм мөһим спектаклдәргә арналған. Әҫәр Олег Закир улының бала сағын, уҡыу ваҡытын, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Райкин исемендәге "Сатирикон" Рәсәй дәүләт театрында, М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрында, хәҙерге осорҙағы. эшләү дәүерен үҙ эсенә ала. Китапҡа шулай уҡ Олег Хановтың көндәлектәренән өҙөктәр индерелгән.

– Олег Закир улы – иҫ киткес актер ғына түгел, талантлы режиссер, аҡыллы педагог та. Шуға күрә китапта уның режиссерлыҡ постановкаларын, Мәжит Ғафури, Салауат башҡорт драма театрҙарындағы эштәрен күрһәтергә тырыштыҡ. Олег Ханов шулай уҡ төрлө ваҡытта БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Башҡорт дәүләт академия театрының художество етәксеһе була, һәм ҡайҙа ғына эшләмәһен, Олег Закир улы үҙендә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала. Китапта мин уның ошо сифаттарын асырға тырыштым, – тип һөйләне Айһылыу Сәғитова.

Китаптың исем туйы Башҡортостандың баш ҡалаһында күп профилле ижади юғары уҡыу йорто – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты асылыуға 55 йыл тулыуға арнала. Билдәләп үтәйек, Олег Закир улы Ханов институттың театр факультетын беренсе булып тамамлаған, шуға күрә презентация тап ошо көндә үтәсәк. Инеү ирекле.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-sostoitsya-prezentaciya-knigi-ol%C2%ADeg-hanov-sudba-iz%C2%ADbrannaya-mnoyu

 

«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
«Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш»
Автор:
Читайте нас