- Беҙ кейеҙҙән эшләнгән келәм тураһында бик күп һоҡланғыс фекерҙәр алдыҡ. Күп һанлы килеүселәр ҙә, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ҙа, тәжрибәле оҫталар ҙа өс көн буйына экспозицияла эпитеттарҙы йәлләмәй, үҙ тойғоларын тасуирланы. Уларҙың барыһы ла, асылда, бер фекергә ҡайтып ҡала: келәм тамырҙары, тәрән тарихы һәм мәҙәниәте менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш идеяһы менән грандиоз. Ул Рәсәй халыҡтарының рухилығын һәм тәрән аҡыллылығын асыусы мәғәнәүи композицияһы менән дә уникаль. Келәмдә илебеҙҙең күп кенә төбәктәре һәм этностары күрһәтелгән. Бөтә фекерҙәрҙең төп идеяһы – кейеҙ келәм, эстетик матурлыҡтан тыш, ғәжәп йылылыҡ, изге энергия һәм рухилыҡ тарата, беҙҙе тарихи тамырҙар менән бәйләй, шуның менән рухыбыҙҙы бай мәҙәни мираҫыбыҙҙың көсө һәм ҡеүәте менән байыта, - тип һөйләне оҫта Гөлсөм Ғөбәйҙуллина.
«Ҡорама кейеҙ» келәме Башҡортостандан ғына түгел, Екатеринбург, Ҡазан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Железногорск, Усинск (Коми Республикаһы), Элиста (Ҡалмыҡ Республикаһы) һәм Аҡтүбә (Ҡаҙағстан Республикаһы) ҡалаларынан ҡатнашыусылар төшөргән 105 мини-паннонан тора.
- Беҙҙең келәм фонында күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Ул экспозицияның иң төп әҫәре тиерлек булды. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар проектҡа ҡушылырға мөмкинме, келәмгә тағы ла күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы өҫтәп, тамамларбыҙмы, тип һораны. Беҙҙең келәм төрлө күргәҙмәләрҙә һаман да ҡатнашыр, тип уйлайбыҙ. Ә киләһе йылда киң географиялы яңы проект төҙөйәсәкбеҙ, - тип уртаҡлашты проект етәксеһе, Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Ғилманова.
Өфөнөң кейеҙ буйынса рәссамдары Ләйсән Ғилманованың «Өйҙә байрам» йәки «Байрам ҡаршылау», Гөлсөм Ғөбәйҙуллинаның «Алтынсәс», «Арҡайым» һәм «Ҡусҡар» панноларын һәм Ольга Меркурьеваның «Аҡ йылға», «Аксаков паркы» һәм «Пресвятая Богородица сиркәүе» мини-панноларынан торған «Бала сағым мөйөштәре» триптихын тәҡдим итте.
Күргәҙмәне «Мастер» художество галереяһы базаһында «Кейеҙ оҫталарының ижади союзы» ассоциацияһы ойошторҙо һәм үткәрҙе.
https://kulturarb.ru/ru/news/vojlochnyj-kover-iz-ufy-pokoril-sankt-peterburg