Архангельскиҙа Арктика илдәренең VII «Arctic open — балаларға» халыҡ-ара кинофестивале үтте. «Домбайфильм» компанияһы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөрөлгән «Ауыл менән һынау» фильмы «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» номинацияһында еңеү яулай. Фестивалдә картинаны 14 йәшлек төп ролде башҡарыусы Әмир Ҡумратов һәм продюсерҙарҙың береһе Денис Лафанов тәҡдим итә.
Фильм фестивалдең бөтә тамашасыларына ла оҡшай, бер нисә йөҙ ыңғай баһа ала, шулай уҡ төрлө ҡалаларҙа фестивалдең дүрт майҙансығында күрһәтелә. Беҙ фильмыбыҙҙы лайыҡлы баһалаған эксперт жюриға рәхмәтлебеҙ, һәр награда — ул беҙҙе дәртләндереүсе бәләкәй еңеү», - тип һөйләне фильмды төшөрөүселәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Ауыл менән һынау» тулы метражлы нәфис кинофильмының исем туйы үткәйне. Режиссер Ислам Сатыровтың ғаиләлә менән ҡарау өсөн комедияһы 2 ноябрҙә Рәсәйҙең 163 ҡалаһында һәм тораҡ пунктында прокатка сыҡты.