+17 °С
Дождь
Новости
7 Ноября 2023, 07:04

Йөҙ йыллыҡ юбилейға килегеҙ!

Быйыл Башҡортостандың «Йәшлек», «Молодежная газета» һәм «Өмет» йәштәр гәзиттәренә 100 йыл тулды. Улар ошо датаға бағышлап юбилей сараһы үткәрә.

Бер быуатлыҡ юбилей хөрмәтенә 8 ноябрҙә Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур концерт ойоштороласаҡ.

Уҙасаҡ концертта билдәле артистар: Венер Камалов, Айҙар Ғәлимов, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәдис Ғәниев, Гөлсөм Бикбулатова, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Өфө ҡала мәҙәниәте һарайы солистары һәм Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары сығыш яһаясаҡ. 

Фойела республиканың йәштәр гәзиттәре тарихына арналған күргәҙмәләр эшләйәсәк.

Ошонда уҡ 18.00 сәғәттән Башҡортостан Республикаһы гәзиттәре һәм журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ.

Республиканың Йәштәр гәзиттәре үҙҙәренең дуҫтарын, уҡыусыларын һәм авторҙарын ҙур концертҡа саҡыра.

Башлана киске сәғәт 7-лә.

Инеү ирекле. 0+

Йөҙ йыллыҡ юбилейға килегеҙ!
Йөҙ йыллыҡ юбилейға килегеҙ!
Автор:
Читайте нас