+18 °С
Дождь
Новости
7 Ноября 2023, 05:11

Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә

Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында алты еңеү тажы яуланы.

Уҙған аҙнала Мәскәүҙә бер юлы бер нисә матурлыҡ конкурсы үтте – «Берләшмә һылыуҡайы», «Европа һылыуҡайы», «Азия һылыуҡайы» һәм «Донъя һылыуҡайы». Республикабыҙҙан алты һылыуҡай сығыш яһаны. Уларҙың дүртәүһе Өфөлә төбәк этаптарында еңеү яуланы һәм Мәскәүҙә ҡатнашыуға аҡсалата сертификаттар алды.

"Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарының тажын ышаныслы яулай, ә уларҙың әҙерлек кимәле подиумдарҙа конкуренциянан тыш үтә», - ти Башҡортостанда милли матурлыҡ конкурстары директоры һәм Мәскәүҙә WAF конкурстарының рәсми вәкиле Айгөл Үтәгәнова.

Уҙған саралар йомғаҡтары буйынса Өфөгә төрлө йәш категорияларында төрлө конкурстарҙа алты таж килде:

"Берләшмә һылыуҡайы" – Йәсмин Заитова (гран-при) һәм Ангелина Баркутова (1-се урын);

"Берләшмә һылыуҡайы" (балалар категорияһы) – Самира Вәхитова (1-се урын);

"Мисс Азия" – Камилла Әбсәләмова (1-се урын);

"Little мисс донъя" – 4 йәшлек Кира Әбсәләмова;

“Мисс Европа” – Зарина Йәнбирҙина (гран-при).

Шулай уҡ Өфөнән ике ҡыҙ «Мисс донъя» халыҡ-ара конкурсына кастинг үтте һәм 111 ҡатнашыусынан егерме лидер иҫәбенә Зарина Йәнбирҙина һайлап алынды. Ҡыҙҙар 2024 йылда халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу өсөн дизайнер таждары, бүләктәр һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-07/bashkirskie-krasavitsy-zavoevali-na-mezhdunarodnyh-konkursah-krasoty-v-moskve-shest-pobednyh-koron-3509006

 

Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Башҡорт һылыуҡайҙары – Мәскәүҙә
Автор:
Читайте нас