+22 °С
Ясно
Новости
6 Ноября 2023, 13:53

«Тирмәкәй» мини-театры

Өфөлә йәшәүсе йәштәргә «Тирмәкәй» театры башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын күрһәтәсәк.

Өфөлә «Тирмәкәй» күсмә балалар театры эшләй башлаясаҡ. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проектты Өфөнөң 170-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Әлфиә Таһирова әҙерләгән. Педагог Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында ойошторолған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд конкурсында грант отҡан.

Мини-театрҙа Өфөнөң профессиональ актерҙары хеҙмәт итәсәк. Улар йәш тамашасыларҙы яңы предметтар исемдәре, халыҡ йолалары һәм көнкүреше менән таныштыра. Әлфиә Таһирова һүҙҙәренсә, проект тыуған мәҙәниәткә һәм тарихҡа ихтирам тәрбиәләүгә, эстетик һиҙемләү һәм ижадҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-06/yunym-zhitelyam-ufy-teatr-tirm-k-y-pokazhet-obychai-i-traditsii-bashkir-3508565

 

«Тирмәкәй» мини-театры
«Тирмәкәй» мини-театры
Автор:
Читайте нас