+13 °С
Ясно
Новости
4 Ноября 2023, 09:26

Ҡабаҡтан цукаттар

Һеҙгә кәрәк буласаҡ:   Ҡабаҡ - 1000 г, Шәкәр ҡомо 1200 г, Ҡәнәфер - 2 дана, Таяҡлы корица - 2 дана, Әфлисун - 1 дана.

1-се этап:

Ҡабаҡ 1000 г

Ҡабаҡтың тышын әрсеп, эсен алабыҙ ҙа ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ.

2-се этап:

Шәкәр ҡомо 1200 г

700 мл һыу һәм шәкәрҙән торған шәкәр сиробы бешерәбеҙ, уны һөҙәбеҙ һәм ҡайнар сиропҡа ҡабаҡ киҫәктәрен һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡансы 5 минут бәләкәй утта тотабыҙ. Һуңынан бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ.

3-сө этап:

Ҡәнәфер 2 дана.

Таяҡлы корица 2 дана.

Әфлисун 1 дана.

Бер пар корица таяҡсаһы, ҡәнәфер өҫтәйбеҙ һәм әфлисун һутын һығып алабыҙ. Ҡабаҡ киҫәктәре ярым үтә күренмәле булғанға тиклем 6-7 тапҡыр ҡайнатыу-һыуытыу процедураһын ҡабатлайбыҙ.

Хәҙер сиробын ағыҙып алырға кәрәк.

Сироп ағып бөткәс, ҡабаҡты балауыҙлы кондитер ҡағыҙына һалабыҙ һәм бүлмә температураһында йәки мейестә 50 градус эҫелектә киптерәбеҙ.

Цукаттар кипкәс, уларҙы ябыла торған һауытҡа һалып, тәғәйенләнеше буйынса ҡулланырға мөмкин.

 

https://vk.com/wall-100843926_168517

 

Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Ҡабаҡтан цукаттар
Автор:
Читайте нас