+20 °С
Дождь
Новости
1 Ноября 2023, 16:43

"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды

2023 йылда "Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә 30-31 октябрь–1 ноябрҙә"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале үтте.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында проектта еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.

"Урал Батыр" спектакле өсөн Белорет ҡалаһының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры гран-приға лайыҡ булды. Етәксеһе Гөлнара Ғилманова. "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" спектакле өсөн Ҡырмыҫҡалы районының "Сатҡылар" халыҡ театры I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Икенсе урынды Салауат ҡалаһынан "Катарсис" инклюзив театр студияһы "Маугли" спектакле өсөн яуланы, өсөнсө урынды - "Туңдырылғандар" спектакле өсөн Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡарамағындағы "Арлекин"өлгөлө балалар театр студияһы яуланы.

Өс көнлөк театр марафоны сиктәрендә Өфө, Салауат, Белорет ҡалаларынан, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 спектакль күрһәтелде.

"Фестивалдең йылдан-йыл географияһын киңәйтеүе ҡыуаныслы. Быйыл беҙҙең фестивалгә Луганск халыҡ республикаһынан абруйлы ҡунаҡ – Луганск халыҡ ижады үҙәгенең Аматор сәнғәтенең халыҡ ижады һәм традицион жанрҙары бүлеге методисы Наталья Тютюнник килде. Фестиваль программаһы бай булды. Режиссерҙар һәм театр коллективтары етәкселәре Республиканың һәүәҫкәр театр ижадын үҫтереү проблемаларына арналған семинар-практикумда һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Сара сиктәрендә профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән осрашыу һәм уның “Ваҡыт көҙгөһөндә» автобиографик китабының исем туйы үтте, - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Эльвира Дәүләтбирҙина.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған проект Республиканың балалар һәм йәштәр театрҙарына ярҙам итеүгә, һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалауға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.

https://rcntrb.com/ru/news/8923-respublikanskij-festival-detskikh-i-molodezhnykh-teatrov-teatralnaya-ufa-podvel-itogi

 

"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
"Театраль Өфө" Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә йомғаҡ яһалды
Автор:
Читайте нас