Ир бала – әсәһенә, ҡыҙ бала күберәк атаһына тартыла, тиҙәр бит, ысынлап та, шулай икән ул. Гөлназға минең менән уртаҡ тел табыуы еңел, уның менән күберәк аңлашабыҙ. Әсәһе белмәгән серҙәребеҙ ҙә бар. Кәрим менән Гөлназ араһында минең өсөн бер айырма ла юҡ, икеһе лә миңә ҡәҙерле.
Беҙ бит ике тамырҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ. Бер тамыр – ул атай, икенсеһе – әсәй. Бер тамыр менән генә үҫеүе ауыр, береһе менән дә бәйләнеште өҙөргә ярамай. Аллаға шөкөр, Гөлназды шулай үҫтерә алдыҡ. Әсәһе һәм уның барлыҡ туғандары менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәй үҫте. Ул яҡтан Гөлназ бәхетле. Әгәр ҙә ул ептәрҙе өҙҙөргән булһам, ул бала бөгөн миңә ҡарата шундай йылы мөнәсәбәттә булыр инеме икән? Олоғайып килгәндә улым Кәримдең тыуыуы – ул Гөлназды ныҡ яратҡанға, уны бәхетле итеү теләгенең көслө булыуы өсөн Аллаһы Тәғәлә бүләгелер тим. Улым миңә ниндәйҙер изгелек ҡылғаным өсөн ебәрелгән, мин быны һиҙеп торам".
https://vk.com/wall-8323790_32862