+13 °С
Облачно
Новости
31 Октября 2023, 16:10

РУХИ МИРАҪ КӨҘГӨҺӨ

РУХИ МИРАҪ КӨҘГӨҺӨ

Быуаттар һынауын үтеп һаҡланып килгән рухи мираҫ, күңел көҙгөһө ул – башҡорт халыҡ йырҙары. 30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсын йомғаҡлау тамашаһында яңғыраған йырҙар тарихҡа алып ҡайтты, бөгөнгөбөҙ хаҡында уйландырҙы... “Боронғо Урал”, “Абдрахман”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Илсе Ғайса”, “Ғилмияза”, “Шәүрә”... Был йырҙарыбыҙ әле лә халыҡ күңелендә ҙур урын алып тора.
Конкурсты йомғаҡлау тамашаһы (проект етәксеһе – Гәүһәр Батталова, ҡуйыусы режиссер – Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы – Фәрзәнә Аҡбулатова) Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Сәхнәнең биҙәлеше лә тамашасыларҙың күңелен арбаны. Рәссам Даян Вәлиуллиндың йыр тарихтары буйынса төшөрөлгән һүрәттәре заманса техник саралар ярҙамында “терелде”.
“Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, күңелендәге нуры, йөрәк түренән урғылған моңо тирә-йүнде, кешеләрҙе йылытырға етте. Ошо фекерҙе тамашасыларыбыҙға еткереү өсөн сәхнә биҙәлешен дә, ут менән эшләүҙең төрлө ысулдарын да ҡулландыҡ, – тип билдәләне “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Йыр тарихтарының тәүге тапҡыр открытка итеп әҙерләнеүе сараның тағы ла бер яңылығы булды.
Рәсәй төбәктәренән килгән 21 бәйгесе араһынан еңеүселәр билдәләнде.
I урынды Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев менән Баймаҡтан Фәнүр Аралбаев бүлеште;
II урынға Ейәнсуранан Вафа Мәүлитов менән Шишмә районы вәкиле Айгөл Ғәзиева лайыҡ булды;
III урында – Иглиндан Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Юнир Һағынбаев.
Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова, Силәбе өлкәһенән Харрас Фәйзуллин менән Винер Ҡәҙербаев, Хәйбулла районынан ҡәйнәле-киленле Тәнзилә менән Нәзифә Ҡыҙрасовалар “Башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлаусылар” номинацияһында билдәләнде.
Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Өфөнән Гөлсинә Йәрмөхәтова, Мәләүездән Рәйхана Хафизова “Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар” номинацияһында еңде.
Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғолов “Өмөт” призына лайыҡ булды, Мәләүездән Роза Кинйәбаева иһә – “Иң йәш башҡарыусы” (уға 10 йәш). Ейәнсуранан Рәфис Ишмөхәмәтовҡа “Тамашасы һөйөүе” призы тапшырылды.
“Ашҡаҙар моңдары” – рухи мираҫыбыҙҙы, хазиналарыбыҙҙы халыҡтан сыҡҡан йырсылар аша халыҡҡа еткереүсе иң сағыу тамашаларҙың береһе ул. Яҡты хистәр, матур тойғолар тәрбиәләүҙә бындай сараларҙың баһалап бөтмәҫлек роле бар.
 
Луиза Кирәева.
Автор:
Читайте нас