Ысын башҡорт милли туйын 3 декабрҙә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында күрергә мөмкин.
Күргәҙмә ҡунаҡтары тантананың төп мәлдәрен күрә аласаҡ. Был шулай уҡ кейәүгә сығыу (яусылау), никах (ислам ҡанундары буйынса изге теләк), ҡалым (кейәүҙең ата-әсәһенән ҡиммәтле бүләк алыу йолаһы, мәһәр), кәләште кейәүҙең өйөнә оҙатыу, кәләште кейәүҙең өйө тупһаһы янында ҡаршылау йолалары. Ритуалдарҙы һәм йолаларҙы Халыҡ-ара, республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты - Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова) күрһәтәсәк. Башҡорт халҡының туй йолаһы режиссеры - милли байрамдарҙы алып барыусы Инвир Хисаметдинов.
- Бөтә саралар ҙа традицион башҡорт йырҙары, бейеүҙәре, яңы өйләнешкәндәргә изге теләктәр менән оҙатыласаҡ. Байрам программаһында туй йолаларының үҙенсәлеге, милли әһәмиәте, әхлаҡи мәғәнәһе һәм матурлығы асыласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
24 йәшлек Заһир Сәфәрғәлин Сибай ҡалаһында тыуған, Өфө фән һәм технологиялар университетында «Ғәмәли математика һәм информатика» һөнәре буйынса уҡый. Рәсәй армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, IT-өлкәлә уҡыта. Буш ваҡытта программалау телдәрен өйрәнә, сноубордта шыуыу менән мауыға.
22 йәшлек Юлиә Сөләймәнова сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан, Өфө фән һәм технологиялар университетында Заһир менән бер һөнәр буйынса уҡый. Ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәрен белә.
Күргәҙмәгә килеүселәр Башҡортостандан Заһир менән Юлиәнең туй тантанаһына шаһит була ала.
«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы 4 ноябрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла асыла һәм 2024 йылдың 12 апреленә тиклем дауам итә. Унда Федераль министрлыҡтар һәм корпорациялар, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының бөтә 89 субъекты ҡатнаша. Экспозициялар Рәсәйҙең һәр төбәгенең үҙенсәлеге, ҡаҙаныштары һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк. Башҡортостан күргәҙмәлә үҙенең мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт потенциалын — Республиканың һуңғы йылдарҙа өлгәшкән уңыштарын тәҡдим итәсәк . Башҡортостандың космолет рәүешендә биҙәлгән стендында килеүселәр өсөн виртуаль турҙар, тематик саралар, артистарҙың концерттары, фермер йәрминкәһе, «Башҡортостан киноһы» проектының презентацияһы ойоштороласаҡ. 3 декабрҙә күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла.