1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы – РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул – Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. 1977 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, Советтар Союзында комсомол сафында 14-28 йәшлек 36 миллион граждан булған. Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала.
Совет осорондағы байтаҡ төҙөлөштәр, социаль мөһим объекттар комсомолдар ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта файҙаланыуға тапшырыла ине.
Комсомол тарихы илебеҙҙең тарихынан айырылғыһыҙ. Комсомолецтар илебеҙҙе фашистарҙан һаҡланы, ҡеүәтле предприятиелар һәм ҡалалар төҙөнө, йыһанды штурмланы, бик шәп йырҙар һәм шиғырҙар яҙҙы.
Комсомолец булыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.