Уҙған ял көндәрендә Төркөстан ҡалаһында (Ҡаҙағстан Республикаһы) «Voice of Turan-2023» халыҡ-ара ҡаҙаҡ йыры фестивале үтте. Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән йыр конкурсында донъяның 14 иленән: Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй — Башҡортостан һәм Татарстан, Әзербайжан, Польша, Белоруссия, Молдова, Грузия, Бурятия, Болгария, Португалия, Испания, Аргентинанан 18-35 йәшлек эстрада жанры башҡарыусылары ҡатнашты. Улар ҙур концерт постановкаларында тәжрибәле, халыҡ-ара йыр конкурстарында уңышҡа өлгәшкән башҡарыусылар.
Башҡортостан Республикаһы исеменән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов — музыкант-мультиинструмениалист, шоумен, ZAINETDIN Этно-шоу проектына нигеҙ һалыусы һәм солисы сығыш яһаны.
- Конкурс шарттарына ярашлы, беренсе көндә ҡатнашыусылар ҡаҙаҡ сәнғәте оҫталары менән дуэтта ҡаҙаҡ телендә йырҙар башҡарҙы. Икенсе көндө ҡаҙаҡ йыры менән үҙ теләге буйынса яңғыҙ сығыш яһарға тейеш ине. ZAINETDIN шымкент аккордеонсыһы Мәхмүт Урумбаев менән дуэтта сығыш яһаны, балалар ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарҙы, — тип һөйләне ойоштороусылар.