«Уҡы, уйна, ижад ит» девизы аҫтында был көндө ҡаланың С.Т.Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында саралар үтәсәк. Көндөҙ "Уҡыу йортонда" арт-оҫтаханалар эшләйәсәк, балалар яҙыусыһы менән осрашыу үтәсәк, теләгән һәр кем М.Нестеров исемендәге художество музейы фондынан интерактив лото уйнай аласаҡ. Ә асҡыссы Пелагея балаларҙы «Әкиәткә сәйәхәткә» саҡыра.
Өфө ҡала планетарийы йондоҙло театр көмбәҙендә тематик нәфис фильм күрһәтәсәк. Өфөнөң Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарихы музейының «Сәнғәт төндәре» программаһы уҡытыусы һәм остаз йылына арнала. Бында һуҡыр шағир-фронтовик, талантлы музыкант-ҡурайсы Батыр Вәлидтең «Ҡурай моңо» эшмәкәрлеге тураһында күргәҙмә, СССР композиторҙар Союзы ағзаһының тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында - «Инякин Николай Яковлевич - һуҡыр композитор, педагог» күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ музей ғаилә ялы мәҙәниәтенә ҡушылырға, күҙҙәрҙе йомоп тактиль дидактик һәм өҫтәл уйындары: "Музыка ҡоралын тауышы буйынса таны", "Тылсымлы ларчик", "Карточкалағы һүрәткә аңлатма бир", шулай уҡ Брайль буйынса шашка һәм домино уйнарға мөмкинлек бирәсәк. Инеү ирекле.
«ХХ быуат сәнғәте» квесын «Ижад» күргәҙмә залында 29-сы, 31-се моделле китапханалар һәм 41-се моделле үҫмерҙәр китапханаһы үткәрә. Искино мәҙәниәт йортонда «ХХ быуат сәнғәт стиле»н презентациялау үткәреләсәк. Профессиональ архитектор Елена Маякова лекция уҡып ҡына ҡалмаясаҡ, ә йыйылыусылар менән фекер алышасаҡ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Бер нисә китапхана байрам көнөндә онлайн-форматта тематик саралар үткәрәсәк. Мәҫәлән, Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһы «AveMaria» Башҡорт дәүләт филармонияһы концертының видеояҙмаһын, 2-се модель китапханаһы - ХХ быуат шағирҙары әҙәбиәтенә арналған «Шиғриәт-сәнғәттең юғары төрө» виртуаль күргәҙмәһенең презентацияһын күрһәтәсәк. 6-сы модель китапханаһы “Ван Гог донъяһы” виртуаль экскурсияһын ойоштора, ә 4-се модель китапханаһы сәнғәт генийҙары медиалекторияһы, китапханасылар донъя әһәмиәтендәге рәссамдар Леонардо да Винчи, Пабло Пикассо, Винсенте Ван Гог тураһында һөйләй. 46-сы китапхана илдең иң ҙур һәм билдәле музейҙары тураһында «Сер һаҡсылары»н танып белеү сәғәтенә саҡыра.
Бөтә Рәсәй акцияһына арналған саралар Өфөлә бер көн алдан башлана. 3 ноябрҙә 40-сы моделле балалар китапханаһы сабыйҙарҙы рәссам-декоратор һөнәре менән таныштыра. Балаларға спектакль өсөн декорацияларҙың нисек эшләнеүе, ҡуйыу өсөн ниндәй реквизит кәрәклеге тураһында һөйләйәсәктәр һәм ҡурсаҡ тамашаһы күрһәтеләсәк.
Был көндө И.Иванович исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе стеналарында В.Пеговтың ХХ быуаттың 60-80-се йылдарында Башҡортостан акварелистары күргәҙмәһе асыла. Хәмит Ғәниев, Мәхмүт Ғиләжев, Василий Лесин, Виктор Пегов һәм Тамара Андрееваның эштәре тәҡдим ителәсәк. Инеү ирекле.
«Ноябрь йондоҙҙары аҫтында» музыкаль кисәһен 3 ноябрҙә Өфө ҡала планетарийы ойоштора. Йыйылыусылар алдында конкурстар лауреаты, йәш йырсы Нурзиә Сабитова сығыш яһаясаҡ. Инеү ирекле.
Ғәҙәттәгесә, Өфөнөң Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы акцияға бик күп саралар әҙерләй. Улар ноябрҙең тәүге көндәрендә үк башлана. Мәҫәлән, ноябрь дауамында Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында бер юлы ике күргәҙмә - рәссам-пейзажсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Урал аръяғы рәссамдар Союзы ағзаһы Зәбир Теүәлевтең «Башҡортостандың алтын һуҡмаҡтары буйлап» шәхси күргәҙмәһе һәм Татьяна Афлитонованың «Текстиль статуэтканың тылсымлы донъяһы» автор ҡурсаҡтары күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
3 ноябрҙә 32-се модель китапханаһы "О ты, поэзия мольберта!" күргәҙмәһенә саҡыра. Уҡыусыларға XX быуат Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдары тураһында мәғлүмәт биреләсәк. 8-се китапхана «20-се быуат сәнғәте» сәнғәт сәғәте үткәрә. Китапханасылар ХХ быуат сәнғәте стилдәренең һәм йүнәлештәренең төрлөлөгө тураһында һөйләйәсәк.
Сипайлово биҫтәһе сәнғәт яратыусылары өсөн 15-се китапхана «ХХ быуат сәнғәт көҙгөһөндә» тарихи сәйәхәтен уҙғара. Сарала ҡатнашыусыларға XX быуаттың билдәле рәссамдары К.Петров-Водкин, А. Дейнек, К. Юон, Ю. Пименов, А. Шилов һәм башҡаларҙың жанрлы рәсем сәнғәте тураһында һөйләйәсәктәр.
10-сы модель китапханаһы «Экран тылсымы» киносалонында ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Сара тауышһыҙ кинонан башлап ХХ быуат киноһы үҫешенең төп этаптарын асасаҡ.
«Матурлыҡ менән осрашыу» онлайн - викторинаһы был көндө 41-се модель үҫмерҙәр китапханаһының рәсми сайтында, ә «Сәнғәттең тылсымлы донъяһы» видео күҙәтеүе 13-сө модель китапханаһының рәсми сайтында үтәсәк.
Бөтә сараларҙы социаль селтәрҙәрҙә #төнгө сәнғәт һәм #төнгө сәнғәт 2023 хештегтары аҫтында табырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-23/ufa-prisoedinitsya-k-nochi-iskusstv-2023-3489731