Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған мемориаль таҡтаташ Ленин урамындағы 162-се йорт фасадына ҡуйылған, унда композитор 1997 йылдан 2003 йылға тиклем ғаиләһе менән йәшәгән.
Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә композиторҙың исемен биреү планлаштырыла. Шулай уҡ 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театрында «Ай тотолған төндә» операһының премьераһы була. Театрҙың 85 йыллығы көнөндә ул театрлаштырылған тамаша буласаҡ, артабан опера булараҡ 2024 йыл репертуарына инәсәк.
Салауат Низаметдинов (1957-2013) - күренекле башҡорт һуҡыр композиторы, уның бөтә тормошо сәнғәткә ғәжәп хеҙмәт өлгөһө булып тора. Ул ҙур сағыу музыкаль мираҫ ҡалдыра: һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан композиторҙар Союзы етәксеһе. Рәсәй Федерацияның һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, «Филантроп» Халыҡ-ара конкурсының I премияһы лауреаты, Д.Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар Союзы премияһы лауреаты.
2014 йылда Мәскәүҙә Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә башҡорт йыры студенттар фестиваль-конкурсы уҙҙы. Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә композитор Виктория Симонова һүҙҙәренән яҙып алынған «Исповедь» китабы донъя күрҙе. 2014 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына композиторҙың исеме бирелде. 2016 йылда композиторҙың ҡәберенә Салауат Низаметдинов һүрәте менән Рөстәм Сакаев эшләгән ҡәбер ташы ҡуйылған.
https://i-gazeta.com/news/obshchestvo/2014-05-08/salavat-nizametdinov-tvoril-i-videl-serdtsem-587077