+14 °С
Дождь
Новости
11 Октября 2023, 11:39

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапешт ҡалаһында

-

10 октябрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапешт ҡалаһының Венгрия милли театры сәхнәһендә Х Халыҡ-ара театр Олимпиадаһы сиктәрендә "Джут" спектаклен (О.Жанайдаров, режиссеры А. Абушахманов) күрһәтте. Венгрия тамашасылары спектаклде йылы ҡабул итте һәм спектаклдә ҡатнашыусыларҙы оҙайлы алҡыштарға күмде. Спектакль башҡорт телендә уйналды, текст рус һәм венгр телдәренә махсус панелдә тәржемә ителеп барҙы.
Спектаклдөн һуң пресс-конференция уҙғарылды. Унда "Джут" спектакле хаҡында, театрыбыҙҙың тарихы, үткәне, бөгөнгөһе һәм ғөмүмән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәте, сәнғәте тураһында һүҙ алып барҙыҡ!.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев венгерҙар (мадьярҙар) һәм башҡортар тамырҙары менән туғандаш халыҡ булыуы хаҡында әйтеп үтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнис Рәхмәтов башҡорт халҡының моңло "Урал" көйөн ҡурайҙа башҡарҙы.
Башҡортостан Республикаһының мәҙөниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафикованың һәм театрҙың рәхмәт хаттарын, Башҡортостандан бүләктәр тапшырҙыҡ!

Олимпиадала ҡатнашырға ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

https://vk.com/id318394526?w=wall318394526_2831%2Fall

 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапешт ҡалаһында
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапешт ҡалаһында
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапешт ҡалаһында
Автор:
Читайте нас