Күсмә цивилизациялар музейы проекты өҫтөндә эшләгән команданың мультипликаторҙар менән сираттағы осрашыуында проекттың нескәлектәре тикшерелде. Данир Ғәйнуллин аңлатыуынса, йәнһүрәттәр республикабыҙға тәүге тапҡыр килгән турист йәки край тарихы менән бөтөнләй таныш булмаған кеше асырға тейешле алты мөһим һорауға яуап бирергә тейеш. Евразия далаһы нимә ул? Кем ул күсмә халыҡ? Нимә ул Монгол империяһы Алтын Урҙа һәм 14-се быуаттың мемориаль архитектураһына ҡараған Тура хан мавзолейы? Кем ул башҡорттар һәм нимә ул Башҡортостан?
Фәнни-мәғариф характерындағы анимация фильмдары киң даирә кешеләренә, тәү сиратта, балаларға асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш. Ижади төркөм алдына шундай бурыс ҡуйылған.
Фильмдар ни бары алты ғына буласаҡ. «Муха» студияһы етәксеһе Артур Абдрахманов проект өҫтөндә шулай уҡ алты кешенең эшләүен билдәләне. Улар рәссамдар, аниматорҙар, тауыш режиссеры һәм композитор.
“Мультфильмды ғилми производство үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән кадр артындағы текст буйынса төшөрәбеҙ. Бөгөн заказсылар менән йәнһүрәт төшөрөүҙе тикшерҙеләр. Һөҙөмтә бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә, шуға күрә ҡараламаны төҙәтеүгә һәм йәнһүрәттәр төшөрөүгә тотонабыҙ. Һүрәттәр боронғо ҡулъяҙмалар, пергаменттар стилендә эшләнгән. Һәм был стилистикала беҙҙә фильмдар башҡарыласаҡ. Проектты ағымдағы йыл аҙағына тиклем тамамларға кәрәк”, - тине Артур Абдрахманов.
Евразия далаһы халыҡтарының тарихы, шул иҫәптән тарихи Башҡортостандың төп халҡы – башҡорттар хаҡында һөйләгән йәнһүрәттәрҙе «Тура хан» визит-үҙәгендә ҡарарға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Башҡортостан Башлығы буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген төҙөүгә старт биргәйне. Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыуҙа ғалимдар әүҙем ҡатнашасаҡ.