Проект күп милләтле республикала традицион мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәреүгә, коллективтар араһында ижади бәйләнештәр булдырыуға — этнохудожестволы ижад өлкәһендә төбәк мәҙәниәтен үҫтереүҙең яңы заманса алымдарын һәм йүнәлештәрен эҙләүгә, инновациялар һәм традициялар союзына, үҙенсәлекле, аутентик, этнографик фольклор коллективтарын, башҡарыусыларҙы, материалдарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Ҡатнашыуға ижади коллективтар (фольклор, ғаилә, вокал, бейеү, аутентик ансамблдәр), Фольклор коллективтары етәкселәре һәм айырым тикшеренеүселәр, Башҡортостан халыҡтарының традицияларын һаҡлаусы, үҫтереүсе һәм пропагандалаусы һәүәҫкәр коллективтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары саҡырыла.
Туй йолаһы фрагментының тамамланған сәхнә вариантын әҙерләргә кәрәк, шулай уҡ:
- ике боронғо йыр,
- бейеү (йәки хор) йыры, бәлки, этно-фолк стилендә,
- таҡмаҡтарҙы төркөмләп башҡарыу,
- киске йыр, бейеү, уйын, күңел асыу,
- «Боронғо халыҡ кейеме күргәҙмәһе»н ойоштороу өсөн коллективта ҡатнашыусыларҙа һаҡланған боронғо костюмдар.
Сара сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар үткәреләсәк, уның йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға Республика халыҡ ижады үҙәге сертификаттары тапшырыласаҡ.
Фестиваль программаһында:
- башҡорттарҙың традицион мәҙәниәте буйынса семинар,
- фестивалде театрлаштырылған тамаша менән асыу,
- конкурсҡа йола программаларын күрһәтеү,
- традицион бейеүҙәр, уйындар менән кисә,
боронғо халыҡ бишек йыры конкурсы,
- аутентик фольклорҙы йөрөтөүсе коллективтар менән ижади осрашыуҙар,
фестивалдә ҡатнашыусы бөтә коллективтар көсө менән йоланы реконструкциялау буйынса оҫталыҡ дәресе,
- методик әҙәбиәт, халыҡ байрамдары сценарийҙары йыйынтығы менән дисктар күргәҙмә-һатыу ойоштороу,
- ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре декоратив оҫталарының “Туй бүләге” тематик күргәҙмә-йәрминкәһе.
Жюри составына ғалим-фольклорсылар, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының билдәле артистары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре инә.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм сценарийҙы 15 октябргә тиклем электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: sharan.metod.kab@mail.ru, sharan_ok@mail.ru
Фестивалдең координаторы, проект авторы — Баймырҙина Гөлгөнә Вәлит Ҡыҙы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе: 8 (347) 289-65-50.
Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы муниципаль районы хакимиәте.