Мәғлүм булыуынса, театр миҙгеле Заһиҙә Мусинаның «Килен» повесы буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьераһы менән асыла. Әҫәр ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән, йәғни унда күбеһенсә авторҙың әсәһенең яҙмышы һүрәтләнә.
Режиссеры – Фирғәт Ғарипов, инсценировка авторы – билдәле драматург һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева. Яҙыусы Заһиҙә Мусина һәм режиссер өсөн был проза жанрында эшләүҙең беренсе тәжрибәһе. Спектаклдең жанры драма тип билдәләнгән.
Композитор Шәүрә Сәғитованың да театр жанрында тәүге эше. Спектакль өҫтөндә шулай уҡ ҡуйыусы рәссам Алина Нуриманова (Санкт-Петербург) һәм хореограф Сулпан Асҡарова эшләй. Төп ролде башҡарыусы Лилиә Ғәлина әҫәрҙә яҙмышы һүрәтләнгән авторҙың әсәһе менән осрашып һөйләшә.
Шулай уҡ 104-се театр миҙгелендә Таңсулпан Ғарипованың роман-пенталогияһы буйынса «Бөйрәкәй» спектакленең премьераһы көтөлә. Инсценировка авторҙары – театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов (ҡуйыусы режиссеры ла) һәм шеф-драматург Әнгизә Ишбулдина, ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров.
Декабрҙә Яңы йыл балалар тамашалары өсөн махсус рәүештә Евгений Шварцтың «Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт» әҫәре буйынса премьера әҙерләнә, инсценировка авторы – Айҙар Зарипов.
“Миҙгел асылғандан һуң театр труппаһының бер өлөшө Венгрияның баш ҡалаһы Будапештҡа юллана. «Джут» спектакле Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. 95 ғаризанан тап Башҡорт театрының спектакле һайланды”, - тине театр директоры Иршат Фәйзуллин. «Джут» драма спектакле, режиссер Айрат Абушахманов тарафынан ҡаҙаҡ сығышлы рәсәй драматургы Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса ҡуйылған, ул Ҡаҙағстанда 1930 йылдарҙағы аслыҡ тарихы тураһында бәйән итә.
Театр “Әсә йөрәге” әсәләр Советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә һаулығы сикләнгән балалар өсөн байрам сараһы әҙерләй. Байрам Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында ойошторола. В.Лившиц, И.Кичанова пьесаһы буйынса «Мираликундия» спектакле күрһәтеләсәк, режиссеры – Фирғәт Ғарипов.
Шулай уҡ театр Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тыуған көнөн билдәләй. Ошо дата уңайынан «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк.
14-19 ноябрҙә Башҡорт дәүләт драма театрының Ҡазанға гастролдәре уҙа. Гастроль афишаһына 10 спектакль ингән: “Һинһеҙ килгән яҙҙар”, “Еҙнәкәй”, “Ҡыҙыл паша”, “Әсмә”, “Килен”, “Эҙләнем, бәғерем һине...”, “Ете быуын. Һаҡлаусылар” һәм “Ете быуын. Йәштәр” спектакль-вербатимдары, театрҙың ике визит карточкаһы “Бәхет хаҡы” һәм “Ҡоҙаса”.
Ноябрҙә тағы ла юбилей тантаналары: Ирек Булатовтың «Мөхәббәт ҡоштары» бенефис спектакле (И.Йомағолов, режиссеры Ф. Ғарипов); Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғоловтың 90 йәше уңайынан «Йәш йөрәктәр» комедияһы (Ф. Бурнаш, режиссеры Ф. Ғарипов) була.