+13 °С
Облачно
Новости
3 Октября 2023, 08:34

“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар

Республика халыҡ үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «Изгелек бүләк ит» (етәксеһе Францева Лариса Геннадьевна) театр берекмәһе Гөлнара Искалиеваның йәштәр өсөн яҙылған “Ауыр имтихан” пьесаһын сәхнәләштерҙе.

Был спектакль нимә тураһында? Унда юғалып ҡалыу, үҙеңде аңламау проблемалары, үҙеңде табыу өсөн ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеге һүрәтләнә. Әммә иң элек был спектакль атайҙар һәм балалар тураһында. Был, моғайын, мәңгелек темалыр, уны тулыһынса асып булмай. Атай менән ул, хатта ғәҙәти көнкүрештә лә бер-береһен аңламаусанлыҡты күрһәтеү бурысын бик яҡшы үтәй: улы атаһының ни өсөн уға тейешле иғтибар бирмәүен аңламай (атаһы ғаиләне тәьмин итеү өсөн үҙен тулыһынса эшкә бағышлай), ә атаһы улы тураһында бер нимә лә белмәй, хатта Руслан күптән ҡытай телен өйрәнгәнде лә, ул уны рус теленә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын да.

Әсәй кеше алтын урталыҡты күрһәтә, ул бер үк ваҡытта иренә лә, улына ла теләктәшлек күрһәтә. Тап ул пьесаның төп ваҡиғаларына нигеҙ булған мөһим фразаны әйтә:

"Бала - ата-әсәһенең квадраттағы тамыры. Улың менән эш итергә теләһәң, тәүҙә үҙеңде аңларға өйрән.

Әҫәрҙең сюжеты буйынса, юғары класс уҡыусыһы Руслан (Айдамир Ҡыямов) физика буйынса имтихан тапшырырға килә, һәм ул бер нәмә лә эшләй алмай: уның иғтибары тараҡала, уйҙары һикерә, өлкәндәрҙең теләктәре аҡылдан яҙҙыра, ә киләсәктә таянырҙай үҙ картинаһы юҡ. Шул саҡ уға психолог ярҙамға килә, дөрөҫөрәге, шаман-нейроэкспериментатор, егетте һәм уның атаһын Русландың эске донъяһына сумдыра. Унда улар Говард Гарднерҙың күп интеллект теорияһы менән таныша, эмоциональ һәм рациональ көрәште күҙәтә һәм психиканың сағыу хаосын системалаштырырға тырыша. Һигеҙ интеллект тибы — логик-математика, лингвистик, образлы, шәхестәр араһындағы, музыкаль-артистик, философик, тән һәм натуралистик — уларҙың ни тиклем яҡшы булыуын күрһәтә һәм, әгәр Руслан уларҙы үҫтерергә теләһә, Рәсәйҙең билдәле фән, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәренең уңышлы компанияһына эләгергә тәҡдим итә.

Атаһы, балаһы менән нимә булғанын аңлар өсөн, уның менән бергә уның мейеһенә инергә була, унда бер юлы һигеҙ төрлө интеллект менән осраша. Был һигеҙ төр малайҙың аңына яраҡлашырға тырыша, шуға күрә Руслан мөһим бурыстарҙы үтәүгә иғтибар бүлә алмай, шуға күрә атаһы менән уртаҡ тел табырға ярҙам иткән психолог уларҙың иң мөһимдәрен һайларға кәңәш итә.

Руслан ризалаша, һәм һигеҙ төрлө кейенгән интеллект сәхнәлә бейеүҙәр һәм көслө музыка менән оҙатылған ысын феерия ойоштора. Малай үҙенең һайлауында яңылышмаҫҡа тейеш, ә атаһы улын дөрөҫ аңлар өсөн уға ярҙам итергә тейеш.

Уҡыусылар төрлө образға инеп, ысын артистар кеүек уйнаны. Улар тамашаның тәүге минуттарынан уҡ спектаклгә алып инеп китә алды. Спектаклдә ҡатнашҡан студенттар Айдамир Ҡыямов (Руслан), Арыҫлан Миһранов (Русландың атаһы), Арина Смеркалова/Мария Батухтина (Русландың әсәһе/принцесса Эмоция), Данил Хаев (психолог), Никита Рахманов (математик-логика интеллекты), Софья Ртищева (тән интеллекты), Роман Маханьков (шәхес-ара интеллект), Данил Хәйретдинов (философик интеллект), Ынйы Тимерғазина (лингвистик интеллект), Карина Фарфуллина (музыкаль-артистик интеллект), Ульяна Шишкова (образлы интеллект), Максим Калюжный (натуралистик интеллект), Валерий Баев (дисциплина) үҙ ролдәренә шундай яуаплы ҡараған. Һәр бер образ йөрәктән үткәреп, ентекле уйланылған. Шуға ла уларҙың һәр һүҙен тамашасы йотлоғоп тыңланы, һәр хәрәкәтенән мәғәнә эҙләне. Тауыш яғынан спектаклде Кирилл Викторов биҙәгән. Ҡуйыусы режиссеры – Лариса Геннадьевна Францеваға (уҡыусы йәштәрҙең Республика мәҙәни үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы), режиссер ярҙамсыһы Зилә Зәки ҡыҙы Бәҙретдиноваға (Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының директор урынбаҫары) ҙур рәхмәт. Улар шундай талантлы балаларға юл яра, оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрә.

Киләсәктә  талантлы йәштәр күберәк булһын, тағы ла ҡанаттарын нығынып, уларҙы ҙур сәхнәләрҙә күрергә яҙһын. Ижади уңыштар теләйбеҙ. 

“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
“Ауыр имтихан”ды уңышлы тапшырҙылар
Автор:
Читайте нас