Спектакль Хәйләһеҙ исемле ябай һәм йүнһеҙ ауыл егете тураһында, унан бер ҡайҙа ла файҙа юҡ: һыу алырға барһа - түгә, утын ярһа - балта һындыра... Хәйләһеҙгә бер һәләт кенә яҡшы бирелә - гармунда уйнау. Уға һәр ваҡыт ҡарт әсәһе: бер тапҡыр булһа ла эш менән шөғөллән әле, йә өйлән, исмаһам ҡатыныңа булһа ла ярҙам итерһең тип тиргәй. Бер йәйге көндө ул йоҡлап китә, һәм уға төшөндә матур ҡыҙ күренеп ҡала – ул уға яулыҡ болғап, матур йырлай. Егет уяна, көйҙө тотоп алырға теләй, ә гармунда шул биҙәкле яулыҡ эленеп тора. Һәм шул саҡта Хәйләһеҙ юлға сығырға, был ҡыҙҙы эҙләргә ҡарар итә. Ә әсәһенә: үҙен табырға теләүен, ниндәй ҙә булһа эш үҙләштереү кәрәклеген әйтә... Тамашасыларға геройҙың үҙ мөхәббәтен һәм һөнәрен таба алырмы - юҡмы икәнен белергә кәрәк, ә иң мөһиме - театр Һабантуй байрамының барлыҡҡа килеү версияһын һөйләйәсәк.
Спектаклде ҡуйыусы рәссам Әнисә Томаншина, композитор Марат Фәйзуллин (Татурас), хореограф Сулпан Асҡарова һәм видеопроекция буйынса рәссам Урал Мәхийәнов ижад итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡурсаҡ театры спектаклдәре әлегә опера һәм балет театрының бәләкәй залында бара.