+14 °С
Ясно
Новости
27 Сентября 2023, 08:00

Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр

Чемпионатты ябыу тантанаһы Шишмә районының «Патриот» паркында үтте. Чемпионаттың рәсми өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы РФ Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Нияз Фазылов һәм БР Мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова ҡотланы.

- Башҡортостанға килеүегеҙгә һәм «Роснедр» етәкселегенең Республика Башлығы Радий Хәбировтың чемпионатты тап ошонда үткәреү идеяһын хуплауына шатбыҙ, - тип билдәләне Азамат Абдрахманов. - Ә беҙ геология фәненең ышаныслы ҡулдарҙа булыуына инандыҡ.

- Һәр берегеҙ үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алды, ниндәй йүнәлештә үҫешергә тигән һығымтаға килдегеҙ,-тип өҫтәне Нияз Фазылов. - «ГеоВызов" чемпионаты барыбыҙ өсөн дә һынау булды.

- Ярыш көндәре төрлө хис-тойғолар менән һуғарылды, - тине Инесса Косолапова. Кемдер еңелеүҙең әселеген тойһа ла, чемпионаттың булыуына, күңелле осрашыуҙарға шатланды. Республикабыҙға һәм республикабыҙҙың һеҙгә булған мөхәббәтенең бер өлөшөн үҙегеҙ менән алып китерһегеҙ, тип ышанам!

Ойоштороусылар «Геовызов»тың күптән көтөлгән һөҙөмтәләрен иғлан итте. Чемпионаттың гран-прийын Геоюниверс командаһы (Санкт-Петербург тау университеты) яуланы. Беренсе урынды «Геобарстар» (Ҡазан федераль университетының геология Һәм нефть-газ технологиялары институты) һәм «Ел менән өйөлгән» («Нанесенные ветром») (Өфө фән һәм технологиялар университеты) командалары бүлеште. Икенсе урында - «Разведка молотком» командаһы (Екатеринбург ҡалаһы, Урал дәүләт тау университеты), ә өсөнсөлә - «Взрывные самоцветы» (Миәс ҡалаһы, Көньяҡ Урал дәүләт университеты).

Бөтә еңеүселәр ҙә бағыусыларҙан бүләктәр алды, әммә иң мөһиме — Рәсәй компанияларында һөнәре буйынса стажировка үтеү мөмкинлеге. Мәҫәлән, «Башнефтегеофизика» генераль директорының персонал буйынса урынбаҫары Денис Колесников, Санкт-Петербург егеттәренә наградалар тапшырып, уның компанияһына стажировка үтергә килгән студенттар өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнәсәк, тип билдәләне.

Беҙ бөтә коллектив менән чемпионатта барған ваҡиғаларҙы күҙәтәбеҙ, һәм ниндәйҙер мәлдә миңә ул ҙур мажараға әйләнгән кеүек тойолдо. Хатта үҙем дә ҡатнашырға теләнем, - тип өҫтәне Денис Колесников һәм компания «ГеоВызов»ты яҡлауын дауам итәсәгенә ышандырҙы. Киләһе йылда студенттарҙы йәнә Башҡортостанда ҡабул итергә ҡарар ителде.

Ябыу тантанаһы аҙағында балаларҙы чемпионаттың баш судьяһы Игорь Бергазов ярыштар тамамланыуы менән ҡотланы.

– Киләһе йылда күптәрегеҙҙең чемпионатҡа ҡабат килеүен көтәбеҙ, - тип билдәләне Игорь Робеспьерович. - Бында бер кем дә еңелмәне. Һеҙ еңеү яуланығыҙ, сөнки үҙегеҙҙә көс һәм ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге таптығыҙ. Ошо көндәрҙә һеҙ үҙегеҙҙә ысын геологияның нимә икәнен тойҙоғоҙ. Беҙҙең судьялар бригадаһы төрлө һөнәр, тармаҡ геологтарынан, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәм тиҙҙән һеҙ беҙҙең урындарҙы биләрһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ.

***

«Геовызов» та ҡатнашыусылар «Башҡортостан» хәбәрселәре менән чемпионаттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Юрий Нефедов, Санкт-Петербург тау университетының нефть һәм газ геологияһы кафедраһы доценты, Нефть һәм газ геологияһы кафедраһы мөдире урынбаҫары, «Геоюниверс" командаһын оҙатып йөрөүсе:

Чемпионат тәьҫораттары мул! Бында конкурстар, спорт саралары, экскурсиялар булды — дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һаман да бер аҙ шок хәлендә, һүҙҙең яҡшы мәғәнәһендә. Һәм, әлбиттә, гран-приҙы һәм иң ҡатмарлы ярыштарҙа — «Геохимия», «Минералогия», «Геологик маршрут»та беренсе урындарҙы яулауҙары менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙә көслө конкуренттар булды, айырыуса Ҡазанды, Мәскәүҙе һәм Өфөнө билдәләргә теләйбеҙ.

Эсмира Отрадных, Урал дәүләт тау университеты командаһында ҡатнаша:

- Чемпионатҡа ныҡлап әҙерләнергә мөмкинлегебеҙ булманы һәм барыбер 2-се урын алдыҡ. Бындай һөҙөмтәне көтмәгәйнек! Беҙ үҙебеҙ менән бик ҡәнәғәт һәм ғорурланабыҙ!

"ГеоВызов" беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте. Беҙ күптәр менән таныштыҡ, беҙҙе Мәскәүгә конференцияға саҡырҙылар. Бик шәп ваҡиға!

Башҡортостан бик дуҫтарса ҡабул итте. Бындай ҡымыҙҙы мин бер ҡасан да эскәнем юҡ ине! Беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы иҫтәлекле урындар күрһәттеләр, хатта Красноусолда минераль сығанаҡтарҙа һыу инергә өлгөрҙөк.

Анна Костромина, Миәс геология разведка колледжы командаларын оҙатып йөрөүсе:

Мин бындай сарала беренсе тапҡыр, һәм, һине шулай ҡаршы алалар, һинең өсөн шул тиклем күпте эшләйҙәр, был онотолмаҫлыҡ! Беҙҙе беренсе булып, поездан перронға төшкәс: «Рәхим итегеҙ, Миәс ҡалаһынан «Геовызов» ҡатнашыусылары» тип иғлан иттеләр. Шунда уҡ күңелдә бик йылы булды. Ә кисә беҙ үҙебеҙ: "Ҙур рәхмәт, Башҡортостан!». Беҙ һеҙҙең ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн ысынлап та рәхмәтлебеҙ! тинек.

Матур ойошма! Балаларҙың тамаҡтары туҡ, бәхетле, уларға йылы, уңайлы ине. Бөтә ярыштар ҙа юғары кимәлдә үтте, барыһы ла нимә эшләргә кәрәклеген белә ине. Ә беҙҙең ике егет приздар алды: «Минералогия һәм петрография» конкурсында икенсе урынды Степан Лобачев яуланы, ә шлихты йыуыу техникаһы өсөн махсус призды Екатерина Смирных алды.

Балалар өсөн чемпионатта ҡатнашыу - ул тәү сиратта тәжрибә. Бындай саралар арҡаһында уҡырға этәргес, өҫтәүенә башҡа студенттар менән аралашыу, һөнәри йүнәлеш алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә, сөнки проекттарҙы яҡлауға төрлө компаниялар вәкилдәре килә.

 

Фото: Ринат РАЗАПОВ.

https://resbash.ru/news/obrazovanie/2023-09-22/v-bashkirii-nagradili-pobediteley-i-mezhdunarodnogo-geologicheskogo-chempionata-geovyzov-3450541

 

Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәрен бүләкләнеләр
Автор:Ануза Якупова
Читайте нас