+24 °С
Облачно
Новости
27 Сентября 2023, 08:31

Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар “Педагогик диктант” яҙҙы

Башҡортостан Рәсәйҙең 89 төбәгендә үткән акцияға ҡушылды. Өфөлә "Педагогик диктант" Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансыҡтарында үтте.

Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 100-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусы үҙ көсөн һынау өсөн Аҡмулла университетының ике аудиторияһына йыйылды. Быйыл акция бөйөк рәсәй педагогы К.Д.Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған, уның текстары бөгөн дә актуаль.

Тексты декламаторҙарҙың береһе, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт педагогия университетың рус теле, теоретик һәм ғәмәли лингвистика кафедраһы доценты Лилиә Муллағәлиева: «Был яңы эш форматы, акцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙең иң яҡшы педагогтарының һүҙҙәрен яҡшыраҡ аңлай һәм тоя ала. Бөгөн беҙҙең студенттар ҡатмарлы тәрбиәүи мәсьәләләрҙе хәл итә, Рәсәй мәғарифы алдында торған педагогик техникаларҙы һәм алымдарҙы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе аңлауын күрһәтә. Ушинскийҙың тексы бөгөнгө көнгә тиклем тулыһынса заманса. Ил мәктәптәренә «хеҙмәт тәрбиәһе» предметы кире ҡайтарыла. Бөйөк педагогтың идеялары аҡыл һәм физик хеҙмәттең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, уҡытыусыларға ҡиммәтле идеялар һәм методикалар табырға һәм уларҙы хәҙерге заманға күсерергә ярҙам итә.

https://resbash.ru/news/obrazovanie/2023-09-24/v-bashkirii-buduschie-uchitelya-napisali-pedagogicheskiy-diktant-3452075

 

Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар “Педагогик диктант” яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар “Педагогик диктант” яҙҙы
Автор:
Читайте нас