28 СЕНТЯБРЬ - САЛАУАТ ТЕАТРЫ ӨФӨЛӘ 
М.Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "ҠЫҘҘАР КИЛДЕ АУЫЛҒА" (12+) музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк.
Режиссеры - Азат Нәҙерғолов, Башҡортостандың халыҡ артисы;
Рәссам - Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Композитор - Ришат Сәғитов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Хореограф - Рәмизә Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Бөтә ҡыҙҙар ҙа еңел һәм матур тормош эҙләп, ауылдан ҡалаға китәләр, хатта егеттәргә өйләнергә бер кем дә ҡалмай. Шуға күрә туйҙар ҙа үткәрелмәй, гармун уйнамай, шат бала-саға тауышы ишетелмәй... Ауыл үлә бара... Ерекле лә шундай хәлдә. Бер көн ауылға ҡыҙҙарҙан ғына торған музыкаль ансамбль концерт менән килгәнен белгәс, егеттәр уларҙы үҙҙәрендә ҡалдырырға булалар. Тик нисек ғашиҡ иттерергә?
Әгәр ҙә эшкә хәйләкәр һәм зирәк Мәстүрә апай тотонһа, һис шикһеҙ, бөтәһе лә килеп сығыр!..
🌸Спектакль Өфө тамашасыһына билдәле драматург Наил Ғәйетбавтың юбилейы уңайынан тәҡдим ителә.
📌Башлана: 19.00ч.
📌Касса: ☎8 (347) 272-35-33, 8-996-580-5320.
👉🏻ЭЛЕКТРОН БИЛЕТТАР: https://iframeab-pre3960.intickets.ru/event/13953080
✅ ПУШКИН КАРТАҺЫ ҒӘМӘЛДӘ
РӘХИМ ИТЕГЕҘ!